Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 06:24

Бөйөк Еңеү хөрмәтенә

Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Оло тантананы Мәсетле халҡы ла ҙур әҙерлек менән ҡаршылай. Тыуған илебеҙгә хәүеф-хәтәр ябырылғас, мәсетлеләр ҙә ҡулдарына ҡорал алып Ватан һағына баҫа. Алты мең самаһы Мәсетле һалдаты яу яландарында һуғыша, уларҙың ике меңдән ашыуы Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн ғүмерен биргән.

Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Оло тантананы Мәсетле халҡы ла ҙур әҙерлек менән ҡаршылай. Тыуған илебеҙгә хәүеф-хәтәр ябырылғас, мәсетлеләр ҙә ҡулдарына ҡорал алып Ватан һағына баҫа. Алты мең самаһы Мәсетле һалдаты яу яландарында һуғыша, уларҙың ике меңдән ашыуы Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн ғүмерен биргән.


Күп һалдаттар һәм офицерҙар орден-миҙалдар менән наград­ланған, ә осоусы-штурмлаусы Ҡотдос Латиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. “Бейек Татр” партизандар отряды командиры Вафа Әхмәҙуллин Чехосло­вакияның юғары хөкүмәт наградаларына лайыҡ һәм ошо илдең почетлы гражданы булып тора.
Батыр яҡташтарының иҫтәлегенә тоғро булырға, уларҙы ҡәҙерләп һаҡларға, йәш быуындың күңеленә уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында һеңдерергә тырыша район халҡы. Ә инде “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы ошо йүнәлештә файҙалы эштәр баш­ҡарыу өсөн тағы ла киңерәк мөмкинлектәр булдырған. Мәҫәлән, Оло Аҡа, Яңы Мөслим ауылдарында төҙөкләндерелгән Еңеү парктары ауылдарҙың бер йәменә әүерелгән. Бөгөн бында ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итә, өлкәндәр балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә шанлы йылдар, илебеҙ азатлығы өсөн күптәрҙең яу яландарында ятып ҡалыуы хаҡында һөйләй.
Тирә-яҡтан ҡойма менән уратып алынған паркта видеокүҙәтеү ҡуйылған. Уйын майҙансыҡтарында, тренажерҙарҙа сабыйҙар рәхәт­ләнеп уйнай. Яңы ғына барлыҡҡа килгән хоккей ҡумтаһында тиҙҙән барлыҡ ауыл халҡы сәкән һуғыр әле.
Был паркты төҙөкләндереүгә йәш эшҡыуар Данил Кинйәбаев ҙур көс һалған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған егет бер ҙә алыҫ Себер тарафтарына түгел, ә тыуған яғында ҡалыуҙы хуп күргән. Өс йыл элек үҙенең эшен башлаған.
– Паркты төҙөкләндереү – ошондай йүнәлештәге тәүге эшем, – ти егет. – Шулай ҙа уны уңышлы башҡарыуыма ҡыуанып бөтә алмайым, сөнки был ғәҙәти парк түгел. Биләмәгә асфальт түшәнек, эскәмйәләр ҡуйылды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты ла яңырттыҡ.
Шулай уҡ “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу”, “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, Әләгәҙ ауылында йорт алды ихаталары, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта “Атлант” стадионы ла өр-яңы төҫ алған.
Читайте нас