Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 11:17

Бигерәк йомшаҡ быймаһы, кем һуң уның оҫтаһы...

Бәләкәй саҡта күп кенә балалар уҡытыусы, табип, инженер, йә булмаһа, космонавт, йырсы булырға хыялланһа, Ләмәҙтамаҡ ауылынан Иштуған Ғәүнетдинов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ быймасы буласаҡмын тип уйлай. Шуға ла улының теләгенә ҡаршы килмәй, атаһы Әфләтүн ағай уны район үҙәгендәге урыҫ таныштарына, быйма баҫыу серҙәрен төшөнһөн тип ебәрә.

Бәләкәй саҡта күп кенә балалар уҡытыусы, табип, инженер, йә булмаһа, космонавт, йырсы булырға хыялланһа, Ләмәҙтамаҡ ауылынан Иштуған Ғәүнетдинов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ быймасы буласаҡмын тип уйлай. Шуға ла улының теләгенә ҡаршы килмәй, атаһы Әфләтүн ағай уны район үҙәгендәге урыҫ таныштарына, быйма баҫыу серҙәрен төшөнһөн тип ебәрә.


– Миңә ул ваҡытта ни бары 13 йәш тирәһе булғандыр, моғайын. Үҙем русса аңламайым, һөйләшә лә белмәйем, әммә танылған быйма баҫыу оҫтаһы Герка Луканинға барырға ҡыйыулығым еткән инде, – тип хәтергә ала ул көндәрҙе бөгөн быйма баҫыу оҫтаһы Иштуған Ғәүнетдинов. – Атайҙарса хәстәрләп, улының киләсәген уйлап эш иткәненә уға ҙур рәхмәтлемен, әлбиттә.
Башҡа тиҫтерҙәре урамда туп уйнап, күңел асҡанда, Иштуған ялдарын, каникулдарын атаһының знакумы Герка Луканинда үткәрә, ғүмерлек һөнәренә эйә була.
Атаһы ла малайына йөн тетеү, иләү һәм башҡа ҡорамал яһай, һатып та ала. 13 йәшендә инде Иштуғандың кескәй генә ҡулдары быймаларҙы үҙаллы баҫа башлай. Әлбиттә, тәүге “ҡоймаҡ” төйөрһөҙ булмай тигәндәй, беренсе быйма­һын баҫыу өсөн уға бер нисә килограмм һарыҡ йөнөн боҙорға ла тура килә. Әммә үҫмер “минән бый­масы сыҡмаҫ ул” тип ҡул һел­тәмәй, киреһенсә, яңы көс-дәрт менән быйма баҫыу серҙәренә төшөнә. Яйлап уның ҡулдары ны­ғына, ышанысы уяна, ныҡыш­маллыҡ арта, оҫталыҡ килә. Ауылдаштары ла Иштуғандың ныҡыш­малы хеҙмәтен күреп, уға тәүге заказдарын бирә башлай.

Егет ҡорона инеүгә, уның халыҡ араһында даны тарала. Үҙ ауылдарынан тыш, күрше-тирәнән дә уға мөрәжәғәт итә башлайҙар. Бый­маларҙың кешенең үлсәменә ту­ра килмәүе ихтимал. Бер кемгә лә сер түгел, улар тиҙ генә йә ултырып бара, йә йәйелә башлай. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең ха­лыҡ тауарҙы белгән кешенән алыр­ға тырыша. Шуға ла оҫта үҙенең “марка”һын тотоп, башҡа­лар алдында һыр бирергә тырышмай.
Быйма баҫыу өсөн ҡорамал­дарҙы үҙе яһаған, әле лә яһай, тик тетә торғанын ғына һатып алған. Йөн яғынан әллә ни ҡытлыҡ кисермәй, халыҡтан һатып ала, үҙҙәре лә килтерә икән. Әйткәндәй, элекке колхоздан ҡалған гаражды һатып алып, ремонт үткәреп, быйма баҫыу цехына әйләндергәндәр. Бында һарыҡ йөнө тетелә, йыуыла, һығыла, һуғыла. Ҡалыптарға ултыртыу, киптереү ҙә нәҡ ошонда башҡарыла икән. Әҙер продукцияны һатып алыусыларға уңайлы булһын тип, ошонда уҡ күргәҙмә залы ла асҡандар.
Бөгөн быйма баҫыу Ғәүнетди­новтарҙың ғаилә кәсебенә әүерел­гән. Шулай уҡ биш ауылдашын эш урыны менән тәьмин иткән. Ҡыҙҙары Гүзәлиә менән Розалия ла һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ҡатыны Гөлназ иһә Иштуғандың төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе лә.
“Бер пар быйма баҫыу өсөн күпме ваҡыт кәрәк?” – тип ҡыҙыҡһынабыҙ оҫтанан.

– Ҡул менән һыңар быймаға ике сәғәт, – ти оҫта.
Тимәк, ҡышҡы һалҡындарҙа беҙҙең аяҡтарҙы йылытҡан быймаларҙы һуғыу өсөн оҫта дүрт сәғәт ваҡытын бүлә.

Ғәүнетдинов йылдың бер миҙ­гелендә лә тик тормай. Тынғы бел­мәҫ Иштуған оҫталығын арттырыу, эшен киңәйтеү яғын да ҡай­ғырта. Тәжрибә тупларға тип, күрше Татарстандың Кукмара быйма баҫыу заводына ла йыш йөрөй. “Урындағы оҫталар баҫҡа­ны матур ҙа, килешле лә, – ти ул. – Тик производствоға ҡуйылғас, нисектер башҡасараҡ...”
Ғәүнетдиновтар – тырыш, уңған ғаилә. Улар киләсәктә лә һынатмаҫ. Быймалары бөгөн тирә-яҡта дан тота, ата-баба һөнәрен дауам итеү үҙҙәрен дә етеш йәшәтә. Тимәк, 12 йәшендә генә быймасы булырға хыялланған Иштуғандың бала саҡ хыялы тормошҡа ашҡан...
Читайте нас: