Йәмғиәт
26 Ноября 2019, 05:53

Иңдәрендә – ил именлеге

Һәр ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә иң күркәм һәм мөһим байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө билдәләнә. 1998 йылдан үткәрелә башлаған байрам күптән инде йәмәғәтселек тарафынан ыңғай ҡабул ителеп, уны төрлө кимәлдә билдәләү матур йолаға әүерелгән.

Һәр ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә иң күркәм һәм мөһим байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө билдәләнә. 1998 йылдан үткәрелә башлаған байрам күптән инде йәмәғәтселек тарафынан ыңғай ҡабул ителеп, уны төрлө кимәлдә билдәләү матур йолаға әүерелгән.


Һәр яҡтан хәстәр тойҙолар


Шулай итеп, Өфөлә Әсәләр көнө айҡанлы ҙур тантана үтте. Һәр кеше өсөн иң изге, яҡын кешеләрҙе тәбрикләгән матур сараға респуб­ликаның төрлө төбәктәренән 500 әсә саҡырылғайны. Улар әсәлек бурыстарын теүәл үтәп кенә ҡалмай, ә төрлө хеҙмәттәрҙә, һөнәри йүнә­лештәрҙә лә уңыштарға өлгәшә. Уларҙың һәр ҡайһыһы иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.


“Башҡортостан” концерт залы фойеһында әсәләр һәм ҡунаҡтар өсөн бихисап ҡыҙыҡлы, файҙалы саралар ойошторолғайны. Ижади майҙан­сыҡтарҙа, оҫталыҡ кластарында республиканың төрлө төбәктәренән килгән әсәйҙәр ҡыҙыҡһындырған шөғөлдәр хаҡында мәғлүмәт алды, үҙҙәрен һынап ҡараны. Кемдәр генә юҡ ине: нейрографика, ленталар менән сигеү, милли биҙәүестәр эшләү оҫталары, Эбру алымы менән һүрәт төшөрөүселәр, фоамирандан сәскәләр эшләүселәр, пряжанан, кейеҙҙән күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр тәҡдим итеүселәр... Шулай уҡ төрлө йүнәлеш белгестәре лә эшләне. Мәҫәлән, әсәләргә ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр, ата-әсә һәм балалар араһындағы аңлашылмау­сылыҡтарҙы бөтөрөү, туғандар мөнәсәбәтен көйләү мәсьәләләре буйынса консультация алыу мөмкинлеге бирелде. Психологик экспресс-диагностика ла тәҡдим ителде. Ғөмүмән, был байрамда әсәләр үҙҙәрен һәр яҡтан хәстәрле итеп тойһон өсөн барыһы ла эшләнгәйне. Улар быға, һис шикһеҙ, лайыҡ.


Бала ла үҫтерәләр, эшләп тә өлгөрәләр


Беҙ Октябрьский ҡалаһынан килгән Эльвира Кравцова менән таныштыҡ. Ул – дүрт бала әсәһе, иң өлкәненә – 12 йәш, бәләкәсенә – дүрт ай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Эльвира әүҙем тормоштан ситләшмәгән. Ул – урындағы спорт мәктәбе директоры урынбаҫары, әле лә эшләп йөрөй, декрет ялына китмәгән. “Ни хәл итәһең? Өлгөрәм тиһәң, барыһына ла етешергә була. Дүрт баланы ҡарарға, ипотека түләргә кәрәк. Шуға ял тураһында уйларға ваҡыт юҡ әлегә”, – тине әүҙем әсә уйынлы-ысынлы.
Рәшиҙә Сәлихова – Ҡырмыҫҡалы районынан. Сит балалар булмай – ошо ябай, әммә бөйөк хәҡиҡәткә инанған, йөрәк йылыһын йәлләмәй бүлешкән, балалар хаҡына йәшәгән, күптәргә өлгө булған әсәләрҙән ул. Улар ире менән үҙҙәренең өс балаһы янына тағы ла әсәй наҙына, атай хәстәренә мохтаж өсәүҙе алып, донъяны яҡтыраҡ иткән.
Илеш районынан килгән Ләйсән Шә­рипова – өс ҡыҙ әсәһе. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булған әүҙем, тырыш ҡатын тормош мәғәнәһен бала­ларында күрә, ире менән ауылдаштарына өлгө булырлыҡ татыу ғаилә ҡорғандар.
Борайҙан Миләүшә Йыһангирова дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Ул китапханасы булып эшләй, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының әүҙем ағзаһы, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. “Әсә әүҙем булған һайын, балаларына ла яҡшы өлгө күрһәтә. Уларҙың һәр ҡайһыһы йәмғиәткә файҙа килтерерлек шәхес булырға тейеш”, – ти Миләүшә ханым.
Әйткәндәй, тантаналы сара сиктә­рендә “Эшләүсе әсәйҙәр өсөн иң яҡшы предприятие” һәм “Һомай” республика конкурстарына йомғаҡ яһалды.
Эшләүсе әсәйҙәр өсөн республика конкурстары 2010 йылдан уҙғарыла, улар әсәйҙәрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән яҡлауҙы көсәйтеү маҡ­сатынан ойошторолған. Йыл һайын Башҡорт­останда балалы ғаиләләргә өс тиҫтә самаһы төрлө ярҙам күрһәтелә, уның дө­йөм суммаһы 12 миллиард һумға етә.
“Һомай” республика бәйгеһенең дә маҡсаты – социаль йүнәлешле пред­приятиеларҙы билдәләү. Ойоштороусылар фекеренсә, эш биреүселәрҙең йәш һәм балалы ғаиләләрҙе, әсәйҙәрҙе хәстәрләргә теләүе-теләмәүе демографик мәсьәләгә туранан-тура бәйле. Матди, социаль һәм башҡа ярҙам төрҙәре кешеләргә дәрт өҫтәй, ғаилә тормошон тулыраҡ һәм йәмлерәк итә. Тәүге бәйгелә республиканың билдәле, тотороҡло ойошмалары билдәләнде. “Социаль тармаҡ предприятиеһы” номинацияһында Республика кардиология үҙәге еңеүсе тип табылды. Өс меңгә тиклем кеше эшләгән ойошмалар араһында беренсе урынды Өфөнөң ТЭЦ- 2 компанияһы, өс меңдән күберәк кеше эшләүсе предприятиелар араһында “Транснефть-Урал”, “Газпромтрансгаз Өфө” ойошмалары еңеү яуланы. “Һомай” конкурсына иһә 37 ойошма ғариза биргән, 26-һы финалға үткән. Улар араһында ете еңеүсе һәм һигеҙ призер билдәләнде.


Улар Ватан өсөн батырҙар үҫтергән


Республикала иҫ киткес татыу, берҙәм ғаиләләр бар. Улар тоғролоҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттарға инанған, ғаилә ҡиммәттәрен иң юғары кимәлгә күтәргән ҡаһарман йөрәкле, ҡыйыу балалар үҫтергән.
Бындай ғаиләләр, һис шикһеҙ, башҡаларға өлгө лә, уйландыра торған миҫал да. Былтыр республикала ошондай замандаштарыбыҙҙың фиҙакәр булмышын сағылдырған награда барлыҡҡа килде: “Ата-әсә ҡаһар­манлығы” миҙалы. Был юғары баһаға Башҡортостанды данлаған, законлы­лыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм хәүеф­һеҙлекте һаҡлау буйынса ҡаһарманлыҡ күрһәткән; хеҙмәт бурысын үтәгәндә йәки кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн батырлыҡ эшләгән; фәнни, ижади, спорт йәки башҡа йүнәлештәрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән, башҡа ижтимағи эшмәкәрлектә мөһим ҡаҙаныштары булған балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләр (уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алғандар, опекундар, бағыусылар) бүләкләнә. Шулай уҡ награда менән өс һәм унан күберәк инвалид баланы йәки алты һәм унан күберәк ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғандар ҙа билдәләнә. Наградаға лайыҡ ғаиләләр 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк ала. Миҙал 2014 йылда Башҡортостандың Президенты тарафынан махсус Указ нигеҙендә булдырылған, ә беренсе тапҡыр был юғары награда былтыр майҙа II Республика ата-әсәләр форумы барышында дүрт ғаиләгә тапшырылған. Унан һуң 8 июлдә, Бөрө ҡалаһында, Ғаилә, мөхәббәт, тоғролок көнөн билдәләү саралары сиктәрендә тағы ла дүрт ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ булды. Республиканың алдынғы әсәләрен берләштергән сарала иһә республи­кабыҙҙың ҡаһарман балалар тәрбиә­ләгән дүрт ғаиләһе билдәләнде. Улар араһында Хәйбулла районынан Бикбовтар, Туймазы районынан Кирсановтар, Шаран районынан Гәрәевтәр, Ҡалтасы районынан Алексеевтар бар ине. Был ҡаһарман ата-әсәләр ауыр­лыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаған, батыр йөрәкле улдар тәрбиәләп үҫтергән. Декабрҙә тағы ла ике ғаиләне награда көтә. Бөтәһе быйыл Башҡортостан Башлығы Указы менән наградаға ун ғаилә тәҡдим ителгән.
Юғары награданы ата-әсәләргә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы. Любовь һәм Мильсон Алексеевтар Ҡалтасы районының Ҡалмиябаш ауылынан килгән. Алексеевтар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. 1975 йылғы Юрий исемле улдары хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән, полиция капитаны дәрәжәһенә еткән. 2012 йылдың 12 авгусында Чечен Республикаһының Алхан-Кала ауылы янында хәрби бурысын үтәгән полиция хеҙмәткәрҙәренә бандиттар һөжүм иткән, автомашинаға ҡаршы көслө ут асҡан. Башҡорт­остандан хеҙмәткә килгән дүрт полицейский – Юрий Алексеев, Ринат Мостафин, Риф Абдуллин һәм Илшат Ильясов батырҙарса һәләк булған. Юрий Алексеев һәләк булғандан һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән наградланған, уның исеме хеҙмәти бурысын үтәгәндә һәләк булғандар исемлегенә индерелгән. Юрий Алексеев, йәш кенә килеш һәләк булһа ла, яҡшы ул һәм атай, тоғро ғаилә баш­лығы, ышаныслы хеҙмәттәш булып заман­даштарының күңелендә мәңге­леккә ҡалған. Батырҙың яҡындары тантанала “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән наградланды. Был юғары награда ғүмерен ил именлеге өсөн аямаған батыр улдарының иҫтәлеге булараҡ ҡиммәтле.
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән наградланыусылар араһында Хәйбулла районынан Булат Шаһимәрҙән улы Бикбов та бар ине. Уның улы Юлай – арыҫлан йөрәкле батыр, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған шәхес.
Хәл 2018 йылдың 8 мартында булған. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәгән Юлай Бикбовҡа ҡустыһы Баязит ғаиләһе менән Сибай ҡалаһынан ҡунаҡҡа килгән. Кис ауыл буйлап автомобилдә йөрөп килергә сыҡҡан ағай-эне ауыл урамдарының береһендә төтөн сыҡҡанын күргән. Оҙаҡ уйлап тормайынса шунда йүнәлгәндәр. Бер йортто ут ялмаған икән. Юлай, бер секунд та шикләнеп тормайынса, ауылдашының “ҡыҙыл әтәс” баҫып алған йортона ташланған, сөнки белгән: бында дүрт бәләкәй балалы ғаилә көн күрә. Баязит иһә халыҡты саҡырырға тип клубҡа, байрам кисәһе барған урынға йүнәлгән.
...Юлай төтөн йырып ингәс, ишек төбөндә бер баланың иҫһеҙ ятҡанын шәйләгән, унан бәләкәсерәктәре илап ултыра икән. Ир өсөһөн дә тиҙ генә сығара һалған, ул арала һорарға өлгөргән: өлкәндәре ҡайҙа? Уның дауаханала ятҡанын ишеткәс кенә тынысланған Юлай.
Баҡһаң, ата-әсә күршеләренә ҡунаҡҡа киткән булған. Өйҙә өс бала ҡалған. Розетканан ут сығып, янғын башланған. Әгәр шул ваҡытта урамдан Юлай менән Баязит үтеп бармаһа, бәләкәстәр менән нимә булырын уйлауы ла ҡурҡыныс...
Ошондай оло йөрәкле улдар тәрбиәләгән өсөн Юлай менән Баязиттың атаһы Булат ағай Бикбов “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән наградланды. Өлгөлө, матур ғаилә улар. Булат ағай Ғәлиәхмәт ауылында биш тиҫтә йылға яҡын умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, хеҙмәт ветераны. 2016 йылда ҡатыны Хәфизә апай мәрхүмә булған. Әле Булат ағай Аҡназар ауылында, Зифа ҡыҙының ғаиләһендә йәшәй. Әйткәндәй, ул да – алты бала әсәһе, ире Ишмөхәмәт Азаматов менән татыу ғүмер кисерәләр.
“Мин бик бәхетле кеше! Балаларымдан уңдым. Эшкә өйрәтеп үҫтерҙем һәр ҡайһыһын, шуға ла береһе лә тормошта юғалып ҡалманы. Был миҙал – ҡорған тормошобоҙға оло баһа. Йәл, әбейем генә был матур көндө күрә алманы”, – тип фекерҙәре менән бүлеште Булат ағай.

Читайте нас