Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 00:45

Луиза Яңы йылды өйөндә ҡаршылармы?

Бөгөн уға ҡарата йәнә суд булды.

Юҡ шул, был юлы ла яңылыҡтар Луиза Хәйруллина өсөн яҡшы түгел. Ул кәм тигәндә 2020 йылдың 29 ғинуарына тиклем СИЗО-ла ултырасаҡ. Был ҡарарҙы бөгөн Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы суды сығарҙы.
Луизанан тыш, уның ире Маратҡа ҡарата ла өйҙәге арест ваҡыты йәнә ике айға оҙайтылды: 27 ғинуарға тиклем ир өйөндә ултырырға тейеш.
Луизаның эше буйынса тикшереү әле дауам итә. 1 ноябрҙә булған суд ваҡытында кассир ҡатын тәүге тапҡыр үҙенең ғәйебен таныны һәм тәфтиш менән хеҙмәттәшлек итә башланы. Әҙме-күпме журналистар менән дә аралашып, ҡыҙҙарын бик һағыныуы, уларҙы күргеһе килеүе тураһында әйткәйне.
Эйе, Луизаның тарихы май аҙағында бар республиканы ғына түгел, тотош илде шаулатҡайны. Үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум самаһы аҡса урлап, ғаиләһе менән ғәйеп булғайны ул. Айҙан артыҡ уларҙың ҡайҙа икәнлеген бер кем дә белмәне. Аҙаҡ улар Ҡазанда тотолдо. Әле Луиза тәфтиш изоляторында, ире өйҙәге арест аҫтында. Ә инде 25 миллион һум аҡсаның ҡайҙалығы ошоға тиклем аныҡ ҡына билдәле түгел.
Эх, ҡыҙҙарың йәл, Луиза. Матур ғаилә байрамын улар ҙа әсәләре менән бергә ҡаршыларға теләгәндер ҙә бит...
фото: pikabu.ru
Читайте нас: