Йәмғиәт
26 Ноября 2019, 08:00

Тәрбиә ғаиләнән башлана

Белорет районы һәм ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары беренсе сирек берекмә ултырышын планға ярашлы күсмә семинар рәүешендә үткәрҙе. Ул Ҡаһарман мәктәбендә уҙҙы.

Бер-беребеҙгә иғтибарлылыҡты ла өҫтәһәк, эскелек тә сигенәсәк.


Белорет районы һәм ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары беренсе сирек берекмә ултырышын планға ярашлы күсмә семинар рәүешендә үткәрҙе. Ул Ҡаһарман мәктәбендә уҙҙы.
Семинарҙа уҡытыусылар тәжрибә тупларға, үҙ теләк-кәңәштәре менән уртаҡлашырға тырыша. Сараның темаһы ла фәһемле ине – “Рухи-патриотик тәрбиәнең юҡтыр сиктәре...” тип атаныҡ. Йәмғиәтебеҙ өсөн көнүҙәк, заман талабына ауаздаш тема ул.


Ауыл мәктәбенең коллективы сараға ихлас әҙерләнгән. Теманы һәр яҡтан уңышлы, фәһемле, күп яҡлы итеп астылар. Бөйөк кенәз, илсе Шәғәли Шаҡман ҡәберенә зыярат ҡылыу, Шайморатов генералға, уның яугир­ҙәренә ауыл мәсетендә аят бағышлау, республика кимә­лендә барған “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы ойошторолған “Ауылым оҫталары” конкурс-йәрминкәһендә ҡатнашыу ҙа ысынбарлыҡты асты. Өҫтән ниндәйҙер ҙур күрһәтмәләр көтмәйенсә, кеше йәшәйешенең шул тиклем матур асылы барлығына ишара ла булды был сара.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй – был хәҡиҡәт бар яҡтан раҫланған. Тәрбиәнең төп сығанағы, шишмәһе – тәү нәүбәттә ғаилә усағы. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр. Беҙҙең икенсе йортобоҙ – мәктәп. Тимәк, уҡытыусыларыбыҙҙың тормош принцибы уҡыусыларҙа сағылыш таба. Быныһына инде үҙем уҡытыусы булараҡ та инанғанмын.
Һүҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ауылда беренселәрҙән булып юғары белем алған Ҡасим Хәйретдин улы Нафиҡов хаҡында. Бәлки, ул минең дә уҡытыусым булмаһа, был юлдар яҙылмай ҙа ҡалыр ине. Ул үҙенең илһөйәрлеген “Шәғәли Шаҡман төйәге – Ҡаһарман” исемле китабын нәшер итеп раҫланы. Ил тарихы, ауылдың тарихи йәшәйеше һыйған ошо китапҡа. Хәҙер инде үҙе аҡһаҡал булған ағайға ихлас йөрәктән рәхмәт әйтәбеҙ.
Ветеран уҡытыусы үҙ эше менән лайыҡлы ғорурлана ала, сөнки уның уҡыусылары ҡәләм тирбәтә, үҙ китаптарын сығара. Төрлө һөнәр эйәләре, Рәсәй киңлектәрендә данлы хеҙмәт юлын үткән, әммә ғаиләһенән, мәктәбенән туған теленә, еренә ҡарата дөрөҫ тәрбиә, халыҡ тәрбиәһен алған ауылдаштарым улар. Семинарға уларҙың саҡы­рылыуы, сығыштары тулҡын­ландырҙы. Ғорурланыуым да сикһеҙ! Үҙенсәлекле телмәрҙәр әҙерләгән үҙҙәре.
Юғары категориялы табип Гөлбикә Сөләймән ҡыҙы Ғиниә­туллина золом ҡорбандары булған олатай-өләсәһе яҙмышын пьеса жанрында ижад иткән. Күҙҙән йәштәр сыҡты, баҡтиһәң, әсе тарих эргәлә генә икән. Әҫәрен сәхнәгә сығарыуҙы ойоштороу өҫтөндә лә эшләй баш­лаған апайыбыҙ.
“Һа­уа­лар­ҙа яҙылған яҙмыш” китабын бер туған ағайым, беренсе класлы хәрби осоусы, майор, Юрий Гагарин уҡыған училищены тамамлаған, беренсе космонавты күреү бәхетен татыған Сабир Кинйәбай улы Шәрипов яҙҙы. Тәүҙә “Осош” тип баҫтырҙы китабын. “Йәшлек” гәзитен уҡыусылар был яҙмаларҙы бик оҡшатҡайны. Ағайымдың әҫәре – беҙҙең ғаилә тәрбиәһен бар киңлектә асып һалған документаль яҙма. Өлгөрөп бешкән, ҡаурый ҡәләме үткерләнә барған Лениза Искәнйәр ҡыҙы Ноғоманова ла беҙҙең ауылдаш. Уға һутлы ижади ҡомар йыһанына тулыһынса сумыуын теләйбеҙ. Уҡытыу­сылыҡ менән йәнәш бара уның ижадты байҡауы. Дүрт бала әсәһе лә, апай ҙа, рус теле уҡытыусыһы ла ул. Өлгөрлөгө – килбәтендә, кешелеклелеге – күңелендә, ижад ҡомары йөрә­гендәлер уның. Китаптарының исеме үк асылын билдәләй. “Һөйөндөк”, “Балҡыштар”, “Шәм­дәр булып янайым”, “Йыл бабай әкиәттәре”. Прозала ла, шиғри­әттә лә һәләте асылған. Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты һәм тағы әллә күпме уңыштарға өлгәшкән ул.
Бына бит тел көсө, телде биргән ер-һыу көсө, ҡан-бабалар рухы, ата-әсә теле, патриот уҡытыусы миҫалы. Бер ҡала уҡытыусыһы: “Башҡорт телендә генә аралашҡайным, башыма шул тиклем ял бирҙе бөгөнгө семинар”, – тигәйне, туған телдең кешегә һауыҡтырыу кимәлендәге тәьҫиргә эйә булыуына йәнә инандырҙы.
Мин, Белорет районы баш­ҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитеты президиумы етәксеһе булараҡ, Ҡаһарманда үткәрелгән сараны ойоштороуҙы үҙ өҫтөмә алдым. Ауыл ста­ростаһы, ауыл муллаһы, мәктәп һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. “Ауыл депутаттары ни өсөн эшләмәй? Ауыл хакимиәте башлығы нисек килгән әле, бөтөнләй беҙҙең йәшәйешкә битараф ҡала”, – тип халыҡ үҙ дәғүәһен белдерҙе.
“Аноним алкоголиктар” ойош­маһына ла асыҡ һәм тәғәйен һорауҙар бирелде. Халыҡтың матур йәшәргә теләгәне күренеп тора. Ә бит кемдер оятһыҙ рәүештә ағыу тарата, йәштәргә төнөн һыра һата. Ошо саранан һуң ауылдаштарыма: “Тормош шул тиклем матур, күп яҡлы. Шешә төбөнә төшөү – афәт. Шайморатов генерал, минең атайым, һеҙҙең олатайҙар беҙҙең киләсәк эсеп ҡырылһын тип ҡан ҡойғанмы?” – тип мөрәжәғәт иттем.
Күҙ йәштәре тын ғына аҡты. Ижад менән был донъяға килгән нәҫелдең ошо һаҙлыҡтан сығы­уына ышанам. Һәр ҡайһы­быҙҙың дилбегәһе бар бит. Уны ныҡлап тотоп, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләмәһәк, беҙгә берәү ҙә ярҙам итә алмаясаҡ. Шуны аңлау мөһим. Кемгәлер яҡшатланып, исем өсөн генә үткәрелгән саралар ҙа ярҙам итмәйәсәк. Һәр кемебеҙ үҙенән башлаһа, ыңғай күре­нештәр ҙә күп көттөрмәҫ. Са­ралағы әүҙемлектәре, конкурсҡа йөрәк ҡушыуы менән әҙерләнеп, ауылдаштарым быны иҫбатланы. Оҫта ҡулдарының һыҙлауһыҙ булыуын теләйем. Һоҡландым, ҡыуандым. Бағыусыларға рәх­мәт.
Сарала ҡатнашҡан оҫталар бүләкте эшенә күрә алғандарҙыр тип уйлайым. Халыҡта йәшәүгә ыңғай ынтылыш тыуҙырыу өсөн тауҙар аҡтартыу кәрәкмәй. Ышаныс, матур һүҙҙәр, һәр кемдең был тормошта үҙ урыны барлығын еткереү, түрәләрҙең халыҡ менән даими эшләүе кәрәк.
Иманым камил, бер-беребеҙгә иғтибарлылыҡты ла өҫтәһәк, эскелек тә артҡа сигенәсәк. Был йүнәлештә әүҙемләшкән ауылдаштарыма рәхмәт. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйт­кәнсә, “Беҙ яҡшыраҡ булды­рабыҙ!”
Мәктәп коллективы семи­нарҙы юғары кимәлдә үткәрҙе. Ауылыбыҙҙа үҫеп килгән йәш быуын сығыштары менән ҡыуандырҙы. Берҙәмлектә көс һәм ҡеүәт булыуын тағы ла иҫбатланы ҡаһармандар.


Белорет районы.
Читайте нас