Йәмғиәт
26 Ноября 2019, 11:49

Ул, гүйә, ҡояш кеүек...

Минеңсә, тәрбиәсе тигән мәртәбәле исемде бөтәһе лә йөрөтә алмай, сөнки балалар тәрбиәләүҙән дә күркәмерәк, хөрмәтлерәк һәм яуаплыраҡ эш юҡтыр был донъяла.

Минеңсә, тәрбиәсе тигән мәртәбәле исемде бөтәһе лә йөрөтә алмай, сөнки балалар тәрбиәләүҙән дә күркәмерәк, хөрмәтлерәк һәм яуаплыраҡ эш юҡтыр был донъяла.


Мәҡәләмдең геройы – 32 йыл ғүмерен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына бағышлаған, хеҙмәте менән оло ихтирам-хөрмәт яулаған, Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Рима Нәбиева.
Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында ишле ғаиләлә тыуған ҡыҙ бик тырыш, сая һәм талапсан булып үҫә. VI кластан һуң уҡыуын 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатында дауам итә. Тыуып үҫкән яҡтарының мәғрур ҡаяларына, хозур тәбиғәтенә ғашиҡ ҡыҙ сәнғәт юлын һайлай. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында клуб саралары режиссеры һөнәрен үҙләштергәс, хеҙмәт юлын Архангел районының Ҡыҫынды ауылында башлай. Бер йыл эшләгәс, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. 1987 йылда уны уңышлы тамамлай һәм башкөллө балалар донъяһына сума. Ғөмүмән, эшенән бәхет тапҡан тәрбиәсе ул.
Рима Нәбиева балаларҙы, ниндәй генә ҡаршылыҡтар килеп тыуһа ла, дөрөҫ юлдан барырға, дуҫ, татыу, берҙәм булырға, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәтә. Һәр әйткән һүҙе, фатихаһы фәһемле, ҡәҙерле уның. Нисәмә йылдар үтһә лә, тәрбиәләнеүселәре онотмай, юл төшкән һайын, интернатҡа ашҡынып килә. Улар әле булһа ауыр саҡтарында яратҡан, үҙ күргән тәрбиәселәренә шылтыратып кәңәш һорай, серҙәрен уртаҡлаша.
Коллегабыҙ – ғаиләһендә өлгөлө ҡатын, хәстәрлекле әсә, уңған хужабикә. Тормош иптәше менән һөлөктәй ике ул тәрбиәләп үҫтергән улар. Ейәндәре Рамаҙанды тәр­биәләшеүҙә лә өләсәй менән олатайҙың ярҙамы ҙур.

Читайте нас