Йома Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай ҡалаһы һәм районында булды. Эш Ишембай ҡалаһы янындағы Юрматы биҫтәһендә төҙөкләндереү барышын ҡарауҙан башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр декабрҙә яңы биҫтәлә йәшәгән кешеләр Башлыҡ менән осрашҡан саҡта газ һәм һыу үткәргес юҡлығына зарланды, юлдар һәм йәйәүлеләр тротуары менән дә ҙур проблемалар бар ине.
Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов Радий Хәбировҡа биҫтәлә һыу үткәргестәр селтәре төҙөлөүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ газ да үткәрелә. Урындағы бюджет иҫәбенә ике километр тротуар төҙөлгән, республика бюджеты ярҙамы менән юлдарға таш түшәлгән.
Был биҫтәлә йәшәгән кешеләр Радий Хәбировҡа ярҙамы һәм ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртеүе өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
“Алға”ға ҙур өмөттәр бағлана
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, бында булдырыласаҡ “Алға” махсус иҡтисади биләмәгә ҙур өмөттәр бағлана. Әле бөтә документтар ҙа әҙер, улар федераль хөкүмәттә. Йыл аҙағына тиклем ҡул ҡуйылыр тигән ышаныс ҙур.
“Ул асылһа, яңы предприятиелар һәм яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, урындағы бюджетҡа һалым кереме артасаҡ. Әлбиттә, беҙ райондың аграр комплексын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Ишембай бала табыу йортон капиталь ремонтлау мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителәсәк. Дөйөм алғанда, һаулыҡ һаҡлау системаһында алға китеш бар, киләсәктә районды һәм ҡаланы яҡшы киләсәк көтә”, – тине Радий Фәрит улы.
Бынан тыш Радий Хәбиров “БК Технолоджи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Был яҡтылыҡ-диодлы ҡулайламалар етештереүсе завод “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенең төп резиденттарының береһе буласаҡ. Предприятие етәксеһе Ринат Зөбәйҙуллин белдереүенсә, планлаштырылған инвестициялар күләме 300 миллион һум тирәһе. Улар әле үк электр лампалары һәм яҡтыртыу ҡулайламалары етештереү менән шөғөлләнә. Етештереү майҙансығы һәм әҙер тауарҙары ла бар. Киләсәктә улар киңәйергә, яңы ҡорамал алырға, эш урындарын арттырырға йыйына. Тик Башҡортостан Хөкүмәте яғынан ярҙам һәм заказдар кәрәк.
Был йәһәттән Радий Фәрит улы Хөкүмәт вице-премьеры – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа был мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул итергә һәм документтар әҙерләргә ҡушты.
Иҫке Ишембай ауылында төбәк етәксеһе “Йондоҙ” мәҙәниәт йортон барып күрҙе. Бында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса капиталь ремонт эшләнә. Тышҡы эштәр бөткән тиерлек, әле эсен биҙәү бара. Радий Хәбиров ижади коллектив менән аралашты һәм халыҡтың башланғысын хупланы. Республика ремонтты тамамлау өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтәсәк, тине.
Бынан тыш Иҫке Ишембайҙа Радий Хәбиров 2014 йылда ябылған медицина пунктын ҡарап сыҡты. Ауыл халҡы күп тапҡырҙар уны ремонтлауҙы һораған. Быйыл, ниһайәт, урындағы бюджет иҫәбенә ремонт яһалған. Төбәк Башлығы ремонтты ҡарап сыҡҡас, кешеләр менән аралашып, медицина өлкәһендәге проблемалар тураһында фекер алышты.
Радий Хәбиров Ишембайҙа үҙе йәшәгән Чкалов урамындағы ихатаға ла инеп сыҡты. Бында быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре башҡарылған икән.
Балалар йортон танырлыҡ та түгел
Былтыр Ишембай районына булған эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Петровское ауылына килеп, балалар йортона ингәйне. Шунда балалар менән аралашып, бүләктәр тапшырҙы һәм бында ремонт яһаласаҡ тип вәғәҙә биргәйне. Әле Радий Фәрит улы яңынан килеп, ремонттың нисек эшләнгәнен ҡараны.
Экскурсияны төбәк етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова үткәрҙе. Ул был балалар йортон үҙенең ҡанаты аҫтына алған. Бында йыш килеп торған һәм ремонт барышын үҙе контролдә тотҡан. Бинаның өсөнсө ҡатын танырлыҡ та түгел, ул яҡты һәм уңайлыға әйләнгән.
Директор вазифаһын башҡарған Ринат Шәрипов белдереүенсә, бөгөн бында 23 бала тәрбиәләнә, уларҙың өсәүһе тома етем. Балалар йортонда 40 кеше эшләй, уларҙың 15-е – педагогтар. Бында балаларҙы үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Спорт менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бирәләр, ә яҙ көнө баҡса үҫтерәләр.
Петровское ауылында төбәк Башлығы ауыл участка дауаханаһына ла инеп сыҡты. Шулай уҡ былтыр килгән сағында Радий Хәбиров бындағы шарттарҙан ҡәнәғәт булмай ҡайтҡайны. Капиталь ремонт “Башнефть” компанияһы аҡсаһына башҡарылған. Барлығы 23 миллион һум аҡса тотонолған.
Бинала иҙән, тәҙрә, ишектәр, санитар-техник ҡорамалдар, йыһаздар алмаштырылған, ҡыйыҡ эшләнгән, йылытыу системаһы, электр яңыртылған, биҙәү эштәре башҡарылған. Дауахана яҡындағы туғыҙ ауылда йәшәгән биш мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә. Ул тулыһынса медицина персоналы менән тәьмин ителгән.
Башҡортостан Башлығы үҙенең тыуған ауылына һуғылмай китмәне, әлбиттә. Һайрандар уны һәр ваҡыттағыса бик йылы ҡаршыланы. Һуңғы йыл эсендә бында бик күп үҙгәрештәр булған. Ауылға тиклем асфальт юл һалынған, “Башнефть” компанияһы аҡсаһына үҙәк һыу үткәреү системаһына капиталь ремонт яһалған. Шулай уҡ урамдар яҡтыртылған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, оҙаҡламай Һайранда янғын-ҡотҡарыу часы асыласаҡ. “Һайранда 18 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, ауыл өсөн был бик ҙур файҙа. Минеңсә, яҡташтар тыуған ауылдарына ярҙам итергә тейеш”, – тине төбәк етәксеһе.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – Ишембайҙа
Ишембай ҡалаһы хакимиәтендә Радий Хәбиров Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов менән “Башлыҡ сәғәте” үткәрҙе. Улар ҡала һәм райондың социаль-иҡтисади хәле тураһында аралашты. Башлыса һөйләшеү “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен асыуға әҙерлек буйынса барҙы. Азамат Абдрахманов белдереүенсә, 15 төп резидент бар, буласаҡ инвесторҙар менән эш алып барыла. Радий Фәрит улы был мәсьәләне ныҡлы контролдә тоторға ҡушты.
Радий Хәбировтың Ишембайға сәфәре күңелле сара менән тамамланды. Ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы асылды.
Көн дауамында бында төрлө майҙансыҡтар эшләне, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар гөрләне. Байрам биләмәһенә райондың уңышлы ҡатындары – төрлө өлкәләрҙә эшләгән белгестәр: психологтар, диетологтар, педиатрҙар, эшҡыуарҙар, төрлө ведомство етәкселәре килде.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” дүртенсе тапҡыр ойошторола. Проектты республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды ярҙамы менән Каринэ Хәбирова тормошҡа ашыра. Уның белдереүенсә, проекттың маҡсаты шунда: ҡатын-ҡыҙ бында килеп энергия, бәхет ала һәм өйөнә ҡайтып ошоноң менән уртаҡлаша.