Әбйәлил районының Теләш ауылын ожмахтың бер мөйөшөндә урынлашҡан тиһәк, хата булмаҫ. Ауыл эргәһенән генә йылға аға. Һыу буйында – һаҙлы, емешле, бай урман. Тирә-яғы Ҡырҡты тауы менән уратып алынған матур, бәләкәй бер ауыл ул Теләш.
Халҡы, боронғо йолаларҙы һаҡлап, ҡунаҡтарҙы башҡортсалап киң күңел менән ҡаршы ала. Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, илебеҙҙең ниндәй генә төбәктәренән килмәйҙәр бында. Магнитогорск ҡалаһынан Динислам Ғәлин, үҙенең аҡсаһына бер өйҙө һатып алып, тыуған яҡты өйрәнеү музейы асҡан, унда эш гөрләй. Бер туған һеңлеһе Фәтихә еңгәй Ялмырҙина менән иптәше Вәкил ағай, үҙҙәренең кәзә һөтөнөң ҡымыҙы, һый-хөрмәте менән өҫтәл әҙерләп, туристарҙы клуб мөдире Ғәлиә Йәнйегетова етәкселегендәге “Зарифа” фольклор ансамбле һәм халыҡ ҡаршы алып, һыйлап, концерт күрһәтеп, башҡорт халҡы тураһында матур тәьҫораттар тыуҙырып оҙаталар. Музейға инеү ҙә бушлай, үҙҙәренең аш-һыуы менән һыйлайҙар ҙа. Кемгә оҡшамаһын бындай ихласлыҡ, асыҡ күңел, ҡунаҡсыллыҡ.
Бына ошо бәләкәй генә ауылда ҙур йөрәкле, ябай, ҡунаҡсыл, дәртле, күңелдәре бай башҡорттарыбыҙ йәшәй. Халыҡ эшсән, тырыш. Һәр өйҙә – машина, техника. Ә йомартлыҡ – Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан билдәһе. Бай рухлы халҡыбыҙ булғанда, киләсәгебеҙ өмөтлө.