Киләһе йыл илебеҙ 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Был мөһим һәм ҙур ваҡиғаға әле үк әҙерлек эштәре бара, шул иҫәптән төрлө рухи-мәҙәни саралар ҙа ойошторола.
Күптән түгел баш ҡаланың Еңеү паркында “Еңеү” республика марафоны башланды. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәрби дан музейы, Башҡортостандың муниципаль берәмектәре ойоштора. Марафондың һуңғы этабы 2020 йылдың 9 майында Өфөлә тантаналы байрам саралары барышында уҙасаҡ. Сара Бөтә Рәсәй “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестивале сиктәрендә үтә.
Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ яҙмышындағы оло фажиғә, уның аяныслы эҙемтәләре, халыҡтың ҡаһарманлығы, Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар менән яуланыуы тураһында бер кемдең дә оноторға хаҡы юҡ. Был фажиғәле йылдар Рәсәй һәм донъя тарихына мәңгелеккә инеп ҡалған.
Ошо иҫтәлекте һаҡлау һәм Еңеүҙең әһәмиәтен билдәләү йәһәтенән илебеҙҙә төрлө рухи-патриотик саралар үтә, шул иҫәптән парадтар, бәйгеләр, күргәҙмәләр, конкурстар. “Үлемһеҙ полк” акцияһын ғына алайыҡ: ул халыҡтың күңеленә хуш килде, ватандаштар яу яландарын үткән яҡындарының иҫтәлеген бер ваҡытта ла онотмай, улар тураһындағы шанлы хәтирәләрҙең быуындан-быуынға күсеп килеүен ошо акцияла йыл һайын ҡатнашып иҫбатлай.
15 ноябрҙә Башҡортостандың “Еңеү” марафоны штандартын тәүгеләрҙән булып Борай районы ҡабул итте. Был юҡҡа түгел: бынан теүәл биш йыл элек, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә, борайҙар “Еңеү салюты” республика фестивалендә еңеүсе булған, шуға ла быйыл уларға абруйлы сараны асыу хоҡуғы бирелгән.
Борай ауылында Бөрө, Кушнаренко, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә райондары ҡатнашлығында “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестиваленең беренсе төбәк сараһы уҙҙы, унда халыҡ таланттары үҙенең оҫталыҡтарын күрһәтте.
Быға тиклем баш ҡалала 1941–1945 йылдарҙағы Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының атлы төркөмөнә “Мәңгелек ут” символы менән капсула тапшырылғайны. Артабан ул “Еңеү” республика марафоны сиктәрендә Борай районына еткерелде һәм тантаналы митинг барышында “Мәңгелек ут” символы төшөрөлгөн капсула артабан Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко һәм Мишкә райондары вәкилдәренә тапшырылды. Ғөмүмән, “Еңеү” республика марафоны штандарты республика фестиваленең туғыҙ зонаһын урап сығасаҡ.
Борай ауылының иҫтәлекле урындарының береһе – “Һағышлы әсә” һәйкәле янында үткән тантанаға ауыл халҡы, төрлө район вәкилдәре, республиканың баш ҡалаһынан ҡунаҡтар килгәйне.
Ике көн эсендә театрлаштырылған концерт программаһы менән үрҙә телгә алынған район вәкилдәре сығыш яһаны, дөйөм алғанда, 1300 кеше сәхнә һәләттәрен күрһәтте. Сараны һәм тематик күргәҙмәләрҙе ике меңдән ашыу тамашасы ҡараны.
Жюри ағзалары ижади коллективтарҙың етәкселәре һәм режиссерҙары менән осрашты, абруйлы белгестәр фекер алышты, ижадсыларға кәңәштәр бирҙе.
Борай ерендә үткән фестивалдең зона этабы тантаналы рәүештә штандартты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһын Күгәрсен районы вәкилдәренә тапшырыу менән тамамланды.
Киләһе төбәк этабы Күгәрсен районында уҙҙы. Унда республиканың көньяҡ райондары концерт программалары менән сығыш яһаны.