Йәмғиәт
27 Ноября 2019, 08:45

Илдар Шафиҡовҡа ышаныс күрһәтелде

Илдар Шафиҡов Башҡортостандың Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Илдар Шафиҡов Башҡортостандың Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Илдар Марат улы Шафиҡов 1982 йылдың 16 сентябрендә Кушнаренко ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2005 йылда “Башкиргаз” йәмғиәте идаралығында юрисконсульт булып башлай. Төрлө йылдарҙа “Газпром межрегионгаз Өфө” йәмғиәтендә бүлек начальнигы, Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында ведомство етәксеһе ярҙамсыһы, бүлек начальнигы, Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры урынбаҫары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары булып эшләй. 2015 йылдан – Башҡортостандың Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас