Шәжәрәһен өйрәнеп, татар рок йырсыһы үҙенең башҡорт булыуын әйтте.
Интернет селтәре һуңғы көндәрҙә ошо яңылыҡтан зыҡ ҡупты! Был хәбәргә битараф ҡалған кеше юҡ, сөнки татар рок йырсыһы Альберт Исмаил үҙенең башҡорт булыуын әйтте. Эйе, ул бының өсөн бары тик шәжәрәһен төҙөгән һәм ата-бабаларының кем булыуын асыҡлаған.
Әлбиттә, татар йәмәғәтселеге был ваҡиғаға бик киҫкен ҡарашын белдерә, ә беҙ бында хәҡиҡәттең тантана итеүен күрәбеҙ, сөнки нисәмә быуат буйы башҡорттарҙы татарлаштырыу барҙы, был махсус алып барылған сәйәсәт ине. Бына, ниһайәт, дөрөҫлөк тантана итте. Альберт артынан тағы ла меңәрләгән милләттәшебеҙ үҙ асылына ҡайтыр әле!
Тамырҙарҙа башҡорт ҡаны аҡһа,
Булһа хатта тамсы бөртөгө,
Бүҫкәрер ҙә тарих шәжәрәңде,
Бар ғәләмгә сисер сер йөгөн.
Урал тигән саҡта һин тоҡанһаң,
Уҡ-һаҙаҡлы булһа булмышың,
Баррель нимә? Рух ҡеүәте менән
Рок тиһеңме? Шул уҡ рух бунты ул!
Юғалтыуҙар була, иң ҡиммәте -
Башҡорт итеп әгәр Күктәр һине
Ебәргәндәр икән был ергә,
Ватан өсөн беҙгә ант итергә!
Аллаһ өсөн ғүмер бирергә!
Урал булғас изге ватаның,
Тамсы башҡорт ҡаны аҡҡанда ла
Милли асыл ҡалыр һаҡланып!