Йәмғиәт
27 Ноября 2019, 06:50

“Тыуған ергә ереккәнбеҙ...”

Абраровтарҙың күркәм йорто йыраҡтан уҡ башҡаларҙан айырылып тора, яңы, йыйнаҡ ихата хужалары тырыш һәм уңған икәнлеге әллә ҡайҙан күренә. Ихлас ҡаршы алған хужалар менән танышабыҙ. Итәғәтле, тәртипле балалары, ҡунаҡтар менән иҫәнләшкәндән һуң, үҙ эштәре буйынса таралышты, ә беҙ Борайҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Киләсәктә балаларыбыҙ Борайына ҡайтһын...”


Абраровтарҙың күркәм йорто йыраҡтан уҡ башҡаларҙан айырылып тора, яңы, йыйнаҡ ихата хужалары тырыш һәм уңған икәнлеге әллә ҡайҙан күренә. Ихлас ҡаршы алған хужалар менән танышабыҙ. Итәғәтле, тәртипле балалары, ҡунаҡтар менән иҫәнләшкәндән һуң, үҙ эштәре буйынса таралышты, ә беҙ Борайҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


Илфат менән Эмманың мөхәббәт тарихы тәү ҡарамаҡҡа ябай кеүек. Күрше генә үҫкәндәр, алты йәшкә өлкәнерәк егет, әлбиттә, эргәләге һылыу, сибәр ҡыҙыҡайға үҫмер саҡта уҡ иғтибар итмәй ҡалмағандыр.
...Илфат тәүҙә Бөрө ҡалаһындағы педагогия институтына уҡырға ингән, эшҡыуарлыҡ технологиялары йүнәлеше буйынса белем алған. Уның артынса Эмма ла Бөрөгә йүнәлгән: бала саҡтан шәфҡәт туташы булырға хыялланған ҡыҙ урындағы медицина колледжын һайлаған.
“Студент саҡта араларыбыҙ яҡынайҙы, – ти Абраровтар. – Бығаса бер-беребеҙҙе күреп-белеп йөрөһәк тә, үҙ-ара һүҙ ҡатышыуҙан, һирәк-һаяҡ аралашыуҙан ары китмәгәйнек. Йәшлек осоро иңдәребеҙҙә мөхәббәт ҡанаттарын үҫтерҙе”.
Белем алғас, йәштәр икеһе лә тыуған Борайҙарына ҡайтҡан. Илфат урындағы мәктәптә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлаған, Эмма иһә район дауаханаһына эшкә урынлашҡан. Ошо уҡ ауылда йәшәгән ата-әсәләрен, туғандарын йыйып, матур туй үткәргәндәр. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәш ғаиләгә йорт төҙөү өсөн ер майҙаны биргәндәр.
– Мәктәптә эшләп йөрөгән йылдарҙа уҡ күңелемдә “үҙ эшемде асаһы ине” кеүегерәк уй тыуғылай торғайны. Эшҡыуарлыҡ йүнәлеше буйынса уҡығас, был тармаҡ үҙемә ифрат яҡын. Әммә ғәҙәтләнгән тормош рәүешен боҙоп, нимәгәлер тотоноу бик ауыр. Дөрөҫөрәге, ҡалыптар аша атлап сығыу ҡыйын, – ти Илфат.
Бер мәл шулай Абраровтарға Яңауылдан ҡунаҡ килеп төшә. Илфаттың курсташы Линар, баҡһаң, төҙөлөш тармағында күптән үҙ эшен асып ебәргән икән. Тәҙрәләр ҡуйыу менән дә шөғөлләнә.
Тап уның миҫалы, “әйҙә лә әйҙә” тип дәртләндереп тороуы Илфатҡа этәргес була: ул да Борайҙа пластик тәҙрәләр ҡуйыу эшмәкәрлеген асып ебәрә. Тәүҙә мәктәптә уҡытыуын дауам итә, унан инде, эше ырай башлағас, үҙен башкөллө яңы шөғөлөнә бағышлай.
Эмманың мәшғүллек тарихы саҡ ҡына башҡасараҡ. Бала саҡтан матурлыҡҡа ғашиҡ ҡыҙ хыялында үҙен ошо йүнәлеш буйынса белгес итеп күҙалларға ярата, хатта шәфҡәт туташына уҡып сыҡҡас та, ҡасан да булһа үҙенә оҡшаған косметология йүнәлешен үҙләштерермен тигән өмөт күңелендә йәшәй. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары: йорт төҙөү, бер-бер артлы донъяға килгән балаларҙы үҫтереү һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр ҡатындың хыялын тормошҡа ашырыуҙы кисектерә килә.
Әммә сабыр иткән – мораҙына еткән. Өсөнсө бала менән декрет ялында ултырғанда Эмма Өфөлә косметологтар әҙерләгән курсҡа саҡырыу күрә лә, яҡындары менән кәңәшләшкәндән һуң, баш ҡалаға юл тота. Медицина өлкәһендә урта белеме булған ҡатынға был курс бик еңел бирелә, ул дөрөҫ йүнәлеш һайлағанына тағы ла нығыраҡ инана.
– Быға тиклем дә ҡыҙҙарҙың ҡолағын тишеү кеүек шөғөлдә ярайһы тәжрибәм бар ине. Битте таҙартыу, тирене тәрбиәләү алымдарын өйрәндем һәм үҙ эшемде асырға тигән аныҡ маҡсат тыуҙы, – тип бәйән итә Эмма.
...Борай ауылында асылған косметология кабинеты эшләй башлауға оҙаҡ ваҡыт үтмәһә лә, эшен яратҡан, һәр клиенттың теләктәрен иҫәпкә алған итәғәтле, ипле Эмма Абрарованы тирә-йүндә яҡшы беләләр. Үҙ эшеңде асып ебәреү, әлбиттә, ярайһы уҡ сығымдар талап итә, сөнки кабинетты заманса профессиональ ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ менән йыһазландырыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк. Әлегә сығымдары аҡланмаһа ла, Эмма алға өмөт менән баға һәм районда яңылыҡ булған эшмәкәрлегенең уңышлы булырына ышана.
Абраровтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫеп килә. Өлкән ҡыҙҙары Эльвина VII класта уҡый, уға – 12 йәш. Туғыҙ йәшен тултырған Ридаль өсөнсөгә барған. Төпсөктәре Асҡарға – өс йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.
– Балаларҙы фәҡәт үҙебеҙҙең миҫалда тәрбиәләйбеҙ. Эш рәтен белеп, бер генә һөҙөмтәнең дә еңел бирелмәгәнен аңлап буй еткерһендәр ине, тибеҙ. Йорт эсендәге бөтә мәшәҡәттәрҙе лә бергә теүәлләйбеҙ. Балалар, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡсала ла, өйҙә лә – төп ярҙамсыларыбыҙ, – ти Абраровтар.
Әйткәндәй, улар иң тәүҙә бер ҡатлы йорт һалып сыҡҡан. Аҙаҡ, ғаилә ишәйгәс, икенсе ҡатты күтәргәндәр. Киләһе йыл иркен йәйге террасаны тамамлап ҡуймаҡсылар. Ихатала балалар уйнаһын, спорт менән шөғөлләнһен өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. Ҡышын Абраровтар күмәкләп саңғыла, йәйгеһен велосипедта елдерергә ярата. Уларҙың ғаилә йолалары ла бар: тыуған көн, Яңы йыл кеүек байрамдарҙы яҡындары менән үткәрергә, сағыу ваҡиға ойошторорға яраталар.
– Әлдә атай-әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ Борайҙа йәшәй – барлыҡ ҡыуаныстарыбыҙ ҙа, проблемаларыбыҙ ҙа уртаҡ, бергә-бергә татыу көн күрәбеҙ, – ти Илфат менән Эмма.
Әйткәндәй, уларҙың икеһе лә ҡәҙимге эшһөйәр ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән. Бер кем дә әҙер фатир йә эш тоттормаған, йәштәр үҙҙәре тырышып-тырмашып бөгөнгө тотороҡлолоҡто, ғаилә нигеҙенең ныҡлығын билдәләгән һиллекте булдырған.

“Киләсәктә балаларығыҙ үҫеп, ояһын ташлап сығып киткәс, нимә эшләрһегеҙ?” тигән һорауға Абраровтар ышаныслы яуап бирҙе:
– Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиҙәр. Икебеҙ ҙә тыуған яғыбыҙҙы үҙ иттек, әллә ниндәй мөмкинлектәр ылыҡтырһа ла, Борайға тоғро ҡалдыҡ һәм бөгөнгө эшмәкәрлегебеҙ менән яҡташтарыбыҙға, районыбыҙға файҙа килтерәбеҙ, тип уйлайбыҙ. Киләсәктә балаларыбыҙ белем алып, тыуған еренә ҡайтһа, эшебеҙҙе дауам итһә, беҙҙән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ. Һәр хәлдә, шуға өмөтләнәбеҙ.
Читайте нас