Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 20:35

Ут аямай шул...

Эх, ниңә генә эргәһендә берәй яҡын кешеһе булманы икән? Был осраҡта, бәлки, фажиғәле хәлгә лә тарымаҫ ине...

Эх, ниңә генә эргәһендә берәй яҡын кешеһе булманы икән? Был осраҡта, бәлки, фажиғәле хәлгә лә тарымаҫ ине...
Йөрәк өшөткөс хәл Архангел районы Приуралье ауылының Вокзал урамындағы йорттарҙың береһендә теркәлгән. Фажиғә урынына килгән янғын һүндереүселәр кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатын төтөн ялмап алғанын күрә. Ҡотҡарыусылар һигеҙ кешене, шул иҫәптән ике баланы, урамға сығара һәм төтөн ныҡлап сыҡҡан фатирға йүнәлә. Уның ишеген асып ингәс, бүлмәләрҙең береһендә 71 йәшлек ирҙең мәйете табыла. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына янғын кешеләрҙең вайымһыҙлығынан сыға. Уның төп сәбәптәре, нигеҙҙә, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр йылытҡыстарҙы дөрөҫ файҙаланмау. Шуға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен онотмаһаҡ ине.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Читайте нас