Килде бит замана, хәҙер үҙ өйөңдә лә яҡлаулы түгелһең. Ете ҡат йоҙаҡ аҫтында бикләнеп ултырырға тура килә. Билдәле әйтемде үҙгәртеп, өйөм минең - ҡәлғәм минең, тип уйлай торғайным. Нефтекама ҡалаһындағы хәл киреһен иҫбатлай...
Унда бер ир өйҙәренә үк инеп, бер ғаиләне талап сыға. Әмәлгә ҡалғандай, ишек асыҡ була. Ир хужаны ҡаты итеп туҡмай, бысаҡ сығарып, өйҙәге барлыҡ банк карталарын талап итә. Хужабикәгә көсләү менән янап, паролдәрҙе әйттерә. Һуңғараҡ уның иҫәптән 13 мең һум аҡсаны алғаны билдәле була.
Талаусы, әлбиттә, йыраҡ китә алмай, патрурль-пост хеҙмәткәрҙәренә тотола. Ул 30 йәшлек ошо ҡала кешеһе булып сыға. Тәфтиш идаралығы тарафынан уға ҡарата енәйәт эше асылған.