Йәмғиәт
29 Ноября 2019, 13:00

Депутат башҡортса һөйләй!

Совет ултырыштарын башҡорт телендә үткәреү матур йолаға әйләнеп бара. Был юлы Иглиндар ҙа уға ҡушылды

Совет ултырыштарын башҡорт телендә үткәреү матур йолаға әйләнеп бара. Был юлы Иглиндар ҙа уға ҡушылды. Совет ултырышына Президиум ағзаһы Радик Таһиров рәйеслек итте. Депутаттар өс социаль мөһим мәсьәләне ҡараны: Иглин районында “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы” законды тормошҡа ашырыу, райондың Мәҙәниәт бүлеге эшмәкәрлеге һәм 14-тән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең ялын ойоштороу.
Беренсе мәсьәлә буйынса район Мәғариф бүлегенең тыуған телдәр буйынса методисы Рифат Хәсәнов Иглин районының белем биреү учреждениеларында дәүләт һәм туған телдәргә өйрәтеү системаһы нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне.
Икенсе мәсьәлә буйынса Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лирида Әбүбәкирова райондың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн халыҡтың мәҙәни ялын ойоштороу мөһим тип билдәләне. Быны тормошҡа ашырыу юғары кимәлдә, дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте талаптары һәм принциптарына ярашлы башҡарыла.
Иглин районының спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Миләүшә Хәсәнова ирекмәндәр хәрәкәте, районда үткәрелгән спорт саралары тураһында һөйләне.
Ултырыш эшендә шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Андрей Коннов ҡатнашты.
– Бөгөн тел беҙҙең йәшәйештең һәр тармағында кәрәкле һәм көнүҙәккә әйләнә бара. Һәм рәсми ултырыштар дәүләт теле булған башҡорт телендә алып барылыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк республика етәкселеге башҡорт теле дәүләт теле булараҡ нығынһын, үҫешһен, кәрәкле булһын өсөн бик күпте эшләй, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина.
Фото: Иглин районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас