Стәрлетамаҡтағы күп ҡатлы йорт эргәһендә 16 йәшлек үҫмерҙең ғүмере фажиғәле өҙөлгән.
Уны шунда йәшәгәндәр күреп ҡалған. Баҡтиһәң, үҫмер күп ҡатлы йорттан йығылып төшөп, шунда уҡ йән биргән. Был хәлде күргәндәр тиҙ генә “Ашығыс ярҙам" саҡырған. Тик һуң булған...
Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана. Алдан күҙалланыуынса, малай күреү һәләте буйынса инвалид булған.