Бишектән һуң ни күрәһең?!.
Ҡырҡ йыл ғүмер аҙмы ул, әллә күпме? Хәйер, ни рәүешле үлсәйһең бит. Боронғо философ әйтмешләй, кеше ғүмере йылдар менән түгел, ә ҡылған эштәре менән үлсәнә. Икенсе фекер эйәһе иһә унан да арттырып ебәргән: уның үлеме әле йәшәгәнде аңлатмай. Һүҙ ҙә юҡ, етеш тормош көткән ғаиләлә тәрбиә алып, абруйлы һөнәр һайлау мөмкинлеге булған, артабанғы яҙмышы ла кәртә-ҡаршылыҡтарға дусар ителмәй генә ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡандар өсөн был иҫәп тә түгел. Тик ундай яҙмыш һәр кемгә эләкмәй, хатта күптәргә тәтемәй ҙә.
…Бынан байтаҡ йылдар элек йәйге ялды үткәрергә ҡатыным менән икәүләп йәмле Дим йылғаһын һыулаған ауылға ҡайттыҡ. Бер көн төшкө аш алдынан ихатабыҙға урта буйлы, өҫтөнә көрән джемпер, һары салбар кейгән йәш ир килеп инде лә, хужабикә менән баш ҡағып ҡына иҫәнләшкәндән һуң, миңә ҡулын һондо. Эйе, күреште түгел, һондо, сөнки һуҙылған ҡулды миңә генә ҡыҫырға тура килде.
Кем булыр был? Таныған да кеүекмен, әммә исемен хәтергә төшөрә алмайым. Өнһөҙ ҡарашты ҡатынға йүнәлттем, ул ни асыҡларға теләүемде шунда уҡ аңланы:
– Әллә ҡәйнештәреңде лә танымай башланыңмы? – шелтәле, ләкин шаярыу ҡатыш яңғыраны был төрттөрөү.
– Флүр, – ҡунаҡ ғәйепле кешеләй йылмайған кеүек итте лә, кеҫәһенән арзан сигарет сығарып, тәмәке тоҡандырҙы.
Эйе, бар ундай ҡәйнеш, тик уны һуңғы тапҡыр күргәнемә лә кәмендә егерме йыллап ваҡыт уҙып киткән. Мин күреп белгән Флүр малай ғына ине, ә был утыҙҙы үткән ир заты. Мин белгән Флүр шаталаҡ, уҫал, кемлегенә ҡарамай хаслыҡ ҡылырға, хатта ата-әсәһе менән дә телләшергә тартынмаған малай булһа, был… баҫалҡы, йыуаш, хатта әҙәпле лә күренә.
Яңы ғына төрмәнән сыҡҡан икән Флүр. Сираттағы срогын тултырған, сөнки урлашҡаны өсөн өсмө-дүртме тапҡыр хөкөм ителгәнен ишетеп белә инем.
– 158-се статьямы?* – тинем мин ҡәйнешкә, белдекле ҡиәфәт ташлап. Ҡәйнеште шаяртһаң да ярай.
– Эйе, – Флүр ғәжәпләнгән кеүек тә итте, әммә минең суд-хоҡуҡ системаһы менән яҡшы таныш икәнлегемде иҫенә төшөрҙө, ахырыһы, һүҙҙе оҙайтманы.
– Барлығы нисә йыл ултырҙың һуң? – тип белештем мин, уның колонияла бер нисә тапҡыр булып ҡайтыуына ишаралап.
– Туғыҙ, – яуап үтә лә битараф яңғыраны. Күрәһең, бындай һорауға Флүр күптән күнеккән.
70-се йылдар уртаһында, башҡорт ауылдарында ла эскелек ныҡлап тамыр йәйә башлаған, дәүләт ярҙамды мул күрһәткән колхоздарҙа эш хаҡы яҡшы түләнгән, кешеләр дәррәү донъя көткән, ғаиләләр бер-береһе менән ярышып йорт һалған ваҡытта донъяға килде Флүр. Ғаиләлә ул баш бала ине. Колхоз идараһы – ошо ауылда, етмәһә, нефтселәр бер нисә ятҡылыҡ асып, скважина быраулай, ауыл ирҙәрен дә эшкә йәлеп итә башлағайнылар.
Флүрҙең атаһы шунда эшләй, кем әйтмешләй, аҡсаны ҡайырып ала. Билдәле, яйы сыҡҡан һайын “төшөрөргә” ярата. Торараҡ ҡатыны ла иренә эйәрә башланы. Аҡса самалы ҡалһа, бал ҡоялар. Йорт күтәреү ярышынан Флүрҙең ата-әсәһе лә ситтә ҡалманы, Өфө ҡалаһы ситенән булһа кәрәк, күптән түгел һалынған алты мөйөшлө ҡарағай өйҙө һүтеп, ауылға килтереп күтәрҙеләр. Артынса иркен генә аҙбары ла һалынды, мал-тыуар ишәйҙе, ҡош-ҡорт.
Ләкин эскелек менән мауығыу туҡталманы. Флүргә биш йәш тулғанда, һеңлеһе Лира, унан дүрт йылға ҡала Лена тыуҙы. Тамаҡ ашҡа, өҫ кейемгә туймау кеүек хәлде, моғайын, ауылда уларҙан да нығыраҡ татыған балалар башҡаса булмағандыр. Ун бер йәшендә малай тәмәке тартып, ә инде ун биштә әсегән балды эсеп ҡараны. Билдәле, мәктәптә йүнләп уҡый алманы, туғыҙынсыны белешмә менән тамамланы ла ауылда нисек етте, шулай тормош көттө. Былай ҙа сирләшкә атаһы эшендә ҡаты һалҡын тейҙереп, дауаханаларҙа ятып ҡараһа ла, ҡабат аяҡҡа баҫа алмай, Флүр ун ике йәштә саҡта уҡ яҡты донъя менән бәхилләшкәйне.
Эскелек һаҙлығы аҡрынлап әсәһен дә һура башланы. Мал, ҡош-ҡорт юҡҡа сыҡты, аҙбар бүрәнәләрен утынға яҡтылар. Бер нисә йылдан ун һигеҙе тулған Флүр урлашҡан өсөн тәүге тапҡыр хөкөм ителеп, төрмәгә эләкте. Тиҫтерҙәре һалдат ҡайышы быуып, сит тарафтарҙа донъя күреп, сынығып йөрөгәндә, Флүр ауылдан йыраҡ түгел Салауат ҡалаһында төрмә һурпаһын һемерҙе. Һуңғы срогын тултырғанда эскелеккә тамам бирелгән әсәһе лә ҡышҡы ыжғыр һыуыҡта фажиғәле рәүештә үлеп ҡуйған. Мәйетен ауылдан ете-һигеҙ саҡрымдағы туғайҙа яҙғы ташҡын һыуҙар ҡайтҡас ҡына табып алғандар.
Һуңғы срогын ир, 2004 йылда булһа кәрәк, тултырып ҡайтты ла ҡабат урлашып йөрөмәне. Был ваҡытта уның һеңлеһе Лира Өфөлә ихата һепереүсе булып эшләй ине, шул ағаһын үҙе янына урынлаштырҙы. Подвалдан, тәҙрәһеҙ булһа ла, үҙенә бүлмә кеүек урын бирҙеләр. Ишетеп беләм, Флүр үҙ эшен яҡшы атҡарған: биләмәһе һәр саҡ йыйыштырыулы булған, хатта үҙен өлгө итеп ҡуя башлағандар.
Тик ярты йыл да үтмәгән, Флүр тағы ла эскегә тотонған, эшенән ҡыуылған, бүлмәһенән дә мәхрүм ителгән. Билдәле, инде ҡырҡты ваҡлаған иргә ауылға атаһының етемһерәп, ҡото киткән өйөнә ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмай. Кемдәргәлер тамаҡҡа йәки эскегә эшләп, нисек етте шулай бер нисә йыл йән аҫраған Флүр. Ялҡау түгел ине ул, эшләр ҙә ине, тик ауылда эше юҡ, ә нефтселәр алмай – һөнәре юҡ.
Бынан биш-алты йыл әүәл һуңғы тапҡыр күрешкәндә, Флүр тамам шешенгәйне, үҙенән яман еҫ килә. Күҙҙәре эскә батып, нурҙың әҫәре лә ҡалмаған. Ауырлыҡ менән ҡуҙғала, һөйләшеүенең дә йүне юҡ. Бер-ике айҙан уның вафаты хаҡында ишетелде, бауыр-бөйөрө эштән сыҡҡан булған. Ауыл зыяратына әсәһе эргәһенә ерләгәндәр.
Ә бит уға теүәл ҡырҡ йәш ине. Михнәт күреп, ғазап сигеп үткән ғүмер. Эсмәҫкә кәрәк ине, тиер кем дә булһа. Эйе, тик әҙәм балаһының көнкүреше бишектән һуң ни күреп үҫеүгә ҡарап формалаша. Ә Флүр, ысынлап та, эскенән башҡаны күрмәне: көмөшкә, әсегән бал, араҡы. Ошо иҫерек донъя уның бар булмышын сорнаны, аңын томаланы, айыҡ йәшәү рәүеше барлығын да белдертмәне.
Дөрөҫ, Флүрҙең айыҡ йөрөгән саҡтары ла булғыланы. Хеҙмәт күрһәтте, маҡтау һүҙҙәре ишетте. Ағаларына ҡарап, һеңлеләре лә ҡыуанды. Тик был мәлдәре уның эскелек ҡоллоғонан бер аҙға ғына арынып торған тәнәфесе булып сыҡты. Өйрәнмәгәйне Флүр ундай тормошҡа һәм унан баш тартты. Баш тартыуы иһә ғүмеренә торошло булып сыҡты.
* Һүҙ РФ Енәйәт кодексының уғрылыҡ өсөн хөкөм итеү ҡаралған статья тураһында.