Йәмғиәт
28 Ноября 2019, 19:15

НЛО тип ҡурҡып...

Бөгөн кис кометаны хәтерләткән билдәһеҙ объект күпмелер ваҡыт артынан “ҡойроҡ” ҡалдырып һауала осоп йөрөгән, шунан...

Социаль селтәрҙәрҙә кис күк йөҙөндә ғәжәйеп күренешкә шаһит булыуҙары тураһында аптырап яҙыусылар күбәйҙе. Ғафури районында уны видеоға төшөрөп тә өлгөргәндәр.
Кометаны хәтерләткән билдәһеҙ объект күпмелер ваҡыт артынан “ҡойроҡ” ҡалдырып һауала осоп йөрөгән, шунан зым-зыя юҡ булған.
Ғәжәйеп тамашаны Ғафури районында, Өфөлә, Стәрлетамаҡта ла күреүселәр була. НЛО тип ҡурҡыуҙарын белдереүселәр ҙә табылды.
"Был “Тополь-М” ракетаһылыр, һынауҙар ваҡытында ул шундай эҙ ҡалдыра", - тип яҙҙы комментарийҙарында ҡайһы берәүҙәр. Һәм улар хаҡлы булып сыҡты.
ТАСС, Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә таянып, 28 ноябрҙә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең Капустин Яр полигонынан “Тополь” баллистик ракетаһын осороуы, һынауҙарҙың уңышлы үтеүе тураһында хәбәр итә.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас