Йәмғиәт
29 Ноября 2019, 07:30

"Теләһә нәмә тип һөйләһендәр!"

"Минең күңелем йырлай. Концерттар биреү өсөн тауыш кәрәк тип уйламайым. Музыка мәктәбендә лә уҡыу мотлаҡ түгел"...

Башҡорт һәм татар эстрадаһында уның кеүек бер юлы ун меңләгән тамашасы йыйған артист юҡ. Үҙ телен белмәгән милләттәштәребеҙ ҙә, урыҫтар һәм башҡа милләт халҡы ла уға эркелеп йөрөй. Әммә әҙәм балаһы билдәле булған һайын уның хаҡында төрлө имеш-мимеш, ғәйбәт күберәк тарала. Яратҡан йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшиндың исеме бөгөн халыҡтың теленән төшмәй. Берәүҙәр уның концертына хатта төпкөл ауылдарҙан килеп етә. Икенсәләр, киреһенсә, уның уңышын юҡҡа сығарырға маташа.
БЮТ телеканалы жуналисы Рөстәм Зарафетдинов яратҡан йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшинға:"Күптәр һине тауышһыҙ йырсы тип әйтә, вокаль күрһәткесегеҙ ҙә яҡшынан түгел. Мин дә шулай уйлайым", – тип әйткән. Уға сәхнә йондоҙо: "Тулыһынса килешәм. Минең күңелем йырлай. Концерттар биреү өсөн тауыш кәрәк тип уйламайым. Музыка мәктәбендә лә уҡыу мотлаҡ түгел. Эйе, мин классик йырҙарҙы йырлай алмайым, килешәм, һәм, ғөмүмән, миңә кәрәк түгел ул", – тигән.
- "Тауышһыҙ Элвин Грей" тигәнгә үпкәләмәйһеңме?
- Юҡ, минең хаҡта теләһә нәмә һөйләһендәр, – тип яуаплаған йырсы.
Нимә генә тимәһендәр, тамашасы йырсының концертына күпләп йөрөй. Башҡорт һәм татар эстрадаһында Яңы йыл байрамына саҡырған өсөн иң юғары хаҡ Радик Юлъяҡшиндыҡы булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Йырла, Радик!
Читайте нас