Йәмғиәт
29 Ноября 2019, 06:47

Тырыштар биҙәй төбәкте

Дәүерҙәр алмашына, ҡоролош үҙгәрә. Шулай ҙа бөтәбеҙҙе туйындырған ауыл кешеһенең хеҙмәте әүәлгесә иң кәрәклеһе, иң маҡтаулыһы булып ҡала.

Дәүерҙәр алмашына, ҡоролош үҙгәрә. Шулай ҙа бөтәбеҙҙе туйындырған ауыл кешеһенең хеҙмәте әүәлгесә иң кәрәклеһе, иң маҡтаулыһы булып ҡала.


Аграр төбәк булараҡ, бөгөн Дыуан районында ла ауыл сәнәғәте комплексы эҙмә-эҙлекле үҫешә. Етештереү предприятиелары яңыр­тыла, ауыл хужалығы техни­каһы алына, малсылыҡ биналары төҙөкләндерелә, яңылары бар­лыҡҡа килә, улар әҙерләгән аҙыҡ-түлек ассортименты ишәйә.


Йылдан-йыл тармаҡҡа дәүләт һәм республика ярҙамының һиҙе­лерлек артыуы ауыл хужалығы продукцияһының күләмен үҫтереү­гә, предприятиеларҙың көнәркәш­леккә һәләтен күтәреүгә һәм инвес­тиция йәлеп итеүгә шарттар тыу­ҙыра. Былар барыһы ла үҙ сиратында хужалыҡтарға үҙҙәренең мөмкинлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Район халҡы төрлө програм­маларҙа әүҙем ҡатнаша, күптәр хәҙер шәхси ихаталарҙан эшҡыуар статусындағы фермерҙар булып үҫешкән. Быйыл “Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам” программа­һында ҡатнашып, ике хужалыҡ 4,5 миллион һум күләмендә грантҡа лайыҡ булған. “Ғаилә малсылыҡ фермалары үҫеше” программаһы буйынса ла ике йүнсел, дөйөм алғанда, 2,4 миллион һумлыҡ ярҙамға эйә булған.


“Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү” федераль проекты буйынса биш крәҫтиән (фермер) хужалығының һәр береһе өсәр миллион һум грант алыуға өлгәшкән. Яңы эш башлаған хужалыҡтарға “Агростартап” федераль проекты аша тос ярҙам күрһәтелгән.


Быйыл тәбиғәт шарттары артыҡ иркәләмәһә лә, үҫтерелгән уңыш тулыһынса йыйып алынған. Ужым культуралары ваҡытында сәселгән, етерлек күләмдә сифатлы орлоҡ тупланған.


Әйткәндәй, Өфөлә Ауыл хужа­лығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙ­мәтсәндәре көнөндә Дыуан уңған­дарының емешле хеҙмәте лайыҡ­лы баһалана. Район хакимиәте, “Ярославский” ауыл хужалығы кооперативының иҡтисадсыһы Наталья Зуева республика Хөкүмә­тенең дипломы менән бүләкләнһә, “Золотое Руно” йәмғиәтенең баш зоотехнигы Римма Әбелғаянова республиканың “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бү­ләкләнгән. “Үҙәк” МТС-ының баш агрономы Дим Ғофрановҡа “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исем бирелгән. “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” шоферы Евгений Хуртин республиканың Почет грамотаһына лайыҡ булған.


“Урал-Тау” ауыл хужалығы пред­приятиеһы комбайнсыһы Алик Әбғәлимов уңыш йыйыу буйынса юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. “Акрос” комбайнында өс мең тонна иген һуҡҡан ялан батырына “Нива” автомобиле асҡысы тапшырыла.


Комбайнсылар Леонид Бунаков (“Ярославский”), Владимир Роженцев (“Рассвет”), Николай Панкратов та (“Золотое Руно”) йыл һайын яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.


Төбәктә етештереү предприятиеларынан айырыуса “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандыра. Быйыл Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә предприятие сифатлы һөт продукцияһы етештергән өсөн көмөш һәм алтын миҙалдарға лайыҡ булған. Бынан тыш, ойошма баҫыу эштәрендә ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит менән ярҙам итә.


Район хакимиәтендә мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәренең уңышлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен­дә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл ғына районға грант сифатында 31 миллион һум аҡса алын­ған, 15 кешегә эш урыны булды­рыл­ған. Бөгөн төбәктә бөтәһе 90-дан ашыу крәҫтиән (фермер) хужа­лығы иҫәпләнә, улар бөтәһе 11 мең 900 гектар тирәһе ерҙе эшкәртә.


Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү буйынса ла эш дауам итә. Әле районда 11 кооператив эшләй. Иван Ваганов етәкселегендәге “Галактика” кооперативы бына тиҫтә йылдан ашыу үҙенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән башҡаларға өлгө күрһәтә. Быйыл ғына биш яңы кооператив барлыҡҡа килгән. “Әй болондары” һөт продукцияһы етештереү менән шөғөлләнһә, “Лотос” ит ярым фабрикаттары менән мәшғүл. “Импульс Агро” кооперативы бәшмәк үҫтереү һәм эшкәртеүгә тотонған. “Ҡояш бүләге” – грануллы мал аҙығы, “Мәсәғүт” ҡош-ҡорт өсөн ҡатнаш аҙыҡ етештерә.


Һуңғы йылдарҙа фермерҙар ихаталарын яңы техника менән тулыландыра. Быйыл ғына 22 миллион һумлыҡ техника алынған.


Сер түгел: бөгөн ауыл хужалы­ғында квалификациялы белгестәр, хатта аяғында ныҡлы торған хужа­лыҡтарҙа ла механизаторҙар етеш­мәй. Был йәһәттән Дыуан күп профилле колледжы уҡыусылары райондағы бушлыҡты тултырыуға ярҙам итә. Студенттар хужалыҡ­тарҙа практика үтә, тәжрибәле ағай-апайҙарынан күнекмә ала. Уҡыу йортонда тотороҡло матди-техник база булдырылған. Уҡытыусылар Лариса Филимазова, Татьяна Щеколина, хеҙмәткә өйрәтеү мастеры Олег Сафонов белемле кадрҙар әҙерләүгә күп көс һала.


Бөгөн райондың барлыҡ хужа­лыҡтарында мал ҡышлатыу бара. Был йәһәттән йомарт ерҙең ҡәҙе­рен белеп, етерлек күләмдә аҙыҡ запасы әҙерләгән уңған эшсән­дәрҙең күңеле тыныс.


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары
Читайте нас