Ватаныбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихында бөйөк ваҡиғалар һәм данлы даталар аҙ түгел. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың һәм оло быуындарҙың ҡаҙаныштарын, батырлығын һәр саҡ ғорурлыҡ менән билдәләйбеҙ.
Әммә һәр саҡ йөрәгебеҙҙә йөрөгән айырым бер байрам бар. Уны йылдар ҙа, ваҡиғалар ҙа ҡаплай алмай. Ул – Совет халҡының 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе. Был байрам бөйөклөктө һәм фажиғәне, шатлыҡ-ҡыуанысты һәм ҡайғыны, ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы һәм хәтерҙе үҙ эсенә һыйҙыра.
Йылдар үтә барған һайын яңы быуын үҫә. Ваҡыт ағышына ҡарамаҫтан, һуғыш менән бәйле булған бөтә нәмә халыҡ хәтерендә, һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә йәшәй. Ҡала һәм ауылдарҙағы һәйкәлдәр, парктар ошо батырҙарҙың ҡаһарманлығы хаҡында һөйләй. Бөгөн халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Был йәһәттән Мәсәғүт ауылындағы Еңеү паркы ла танымаҫлыҡ булып яңыртылған. Мемориаль комплекс ремонтланған, яҡтылыҡ үткәрелгән, ҡоймалар менән уратып алынған.
Парк – ауыл халҡының ял итергә яратҡан урыны. Бында урынлашҡан хәрби машиналарға ҡарап, йәштәр, буласаҡ һалдаттар күңелендә Тыуған илде яратыу, тарихҡа хөрмәт менән ҡарау тойғоһо уяна. Ошо көндәрҙә бер төркөм егеттәрҙе тап ошонан һалдат хеҙмәтенә оҙаттылар.
– Атай-олатайҙар намыҫына тоғро булырбыҙ, Тыуған илде лайыҡлы һаҡларбыҙ, – тип ант биреп хушлашты буласаҡ ил һаҡсылары.