Бынан 33 йыл элек, 30 ноябрҙә “Укрытие” тип аталған объект файҙаланыуға тапшырыла. Был саркофаг Чернобыль атом электр станцияһында шартлаған дүртенсе энергия блогы өҫтөнә ҡуйыла, һәм ошо арҡала радиоактив нурланыуҙың таралыуын туҡтата алалар.
Бөгөн Өфөлә радиация авариялары эҙемтәһендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу сараһы үтте. Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа ликвидаторҙарға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Сарала Өфө ҡалаһы һәм Совет районы хакимиәттәре вәкилдәре, ”Союз Чернобыль” ҡала һәм район йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре, ағзалары ҡатнашты. Шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығындағы граждандарҙы яҡлау идаралығы бүлеге начальнигы Марат Борханов, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, ҡалалағы Чернобыль һәләкәтенә тарығандар Советы идаралығы ағзаһы Гүзәлиә Михеева бар ине.
2021 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәгә 35 йыл тула. 1986 йылдан алып 1990 йылға тиклем унда эшләү өсөн Советтар Союзының барлыҡ республикаларынан 800 мең самаһы ғалим, белгес, эшсе һәм хәрби йәлеп ителә. Уларҙың 240 меңе Рәсәй кешеһе булһа, араларынан 10 мең самаһы - Башҡортостандан. Ҡаһарманлыҡ өсөн 100 мең самаһы граждан юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнә. 14 кеше Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Геройы исемен ала.
Башҡортостанда бөгөн 2200-ҙән ашыу ликвидатор йәшәй. Уларҙың йөҙҙән ашыуы – инвалидтар. Быйыл августа баш ҡалала Чернобыль фажиғәһен һәм башҡа радиация аварияларын бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләргә арнап монумент асылды, ул герой-ликвидаторҙарҙың батырлығын, ҡаһарманлығын символлаштыра.