Йәмғиәт
30 Ноября 2019, 15:05

Бизнесын эт-бесәй ҡарауға алмаштырған...

Уның тәрбиәһендә 71 эт һәм 49 бесәй! Ошо ярҙамға мохтаж мәхлүктәрҙе хәстәрләү ҡатынға яман шеш сирен еңергә ярҙам итә.

Һәр кем тормошта үҙ теләгенә, көс-ҡеүәтенә ярашлы урынын таба һәм йәшәй. Ҡырҡ йәшлек Альбинаның үҙ иңенә алған йөгө ҡулдан килмәҫлек ауыр тойола.
...Бынан бер йыл элек ул Өфөләге бизнесын ташлап, кафе һәм ашханаһын һатып, Благовар районындағы Мирный ҡасабаһында ике ҡатлы йорт һатып ала. Уны эт һәм бесәйҙәр приютына әйләндереп, таныштарын аптырата. Бында ысын мәғәнәһендә сәүектәр, овчаркалар, хаскиҙар батшалығы. Йорттоң икенсе ҡатында – иркә йомшаҡ бесәйҙәр.
Альбина уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Үҙе – юрист. Бала сағында саңғыла йөрөй, спорт мастеры исемен яулай. Әммә йәрәхәтләнгәндән һуң был шөғөлө менән хушлашырға тура килә. Бәләкәйҙән өйөнә урам буйынан ташландыҡ бесәй һәм көсөктәрҙе ташығаны өсөн ата-әсәһенән дә йыш эләгә. Өфө янындағы йорт хайуандары өсөн приютты япҡас, урамда ҡалған эт-бесәйҙәрҙе үҙенә аҫрарға ала. Ауырыу, һуҡыр, йәрәхәтләнгән, зәғиф хайуандарҙы дауалай, массаж яһай, энә ҡаҙай.
Бер йыл элек тормошон үҙгәртеп, ярҙамға мохтаж мәхлүктәрҙе хәстәрләй башлау уға яман шеште еңергә ярҙам итә. Лейкоз – ауыр сир. 2009 йылда Ҡазанда операция яһайҙар. Химия терапияһының бөтә төрҙәрен үтә, лазер менән дауалана. “Яман шеште еңдем тип әйтә алам бөгөн, – ти ул. – Сәләмәт тормош алып барам, иң мөһиме – йорт хайуандарының энергияһын тоям, улар мине йәшәтә лә инде”.

Был тиклем ҙур көтөү менән нисек йәшәйҙер, нисек бөтәһенә лә өлгөрәлер Альбина? Әйтеүе ҡыйын. Уның тәрбиәһендә 71 эт һәм 49 бесәй! Ҡатын Ҡазанда ветеринарға уҡыған ҡыҙының ҡайтыуын көтә. Өлгөрә алмауын, аҡса еткереп булмауын да йәшермәй. Йән эйәләрен көнөнә ашатыу өсөн генә лә ике мең һум аҡса китә, әллә нисә бак аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Тик ҡатын башлағанын ташларға йыйынмай.

Фото: Ufa1.ru

Читайте нас