Йәмғиәт
30 Ноября 2019, 11:25

"Мазовтар иҫән!"

Тик йәшенеп йөрөйҙәр...

Хоҡуҡ һаҡлау органдары тап ошолай һанай. Тәфтиштең төп фаразы шундай: 37 йәшлек Артем, уның биш һәм һигеҙ йәшлек улдары иҫән, тик йәшенеп йөрөйҙәр.
Бөгөн уларҙың ғәйеп булғанына биш аҙна тулды. Ә аныҡ яңылыҡтар юҡ. Тәжрибәле тәфтишселәр билдәләүенсә, эҙләү бик әүҙем ойошторолдо. Һәм ошоға тиклем улар үлгән тигән бер генә дәлил дә юҡ. Бөтә нәмә лә иҫән булыуҙарына ишаралай. “Тап шуға күрә, төп версия буйынса, улар үлмәгән”, - ти сығанаҡтар.
Хәҙер эҙләүҙең йүнәлеше үҙгәртелә. Уларҙың һыу аҫтындағы кәүҙәләрен түгел, ә иҫән килеш үҙҙәрен эҙләйәсәктәр.
Тағы бер мәғлүмәт буйынса, ғаилә юғалған көндә үк эҙләү эттәре ике тапҡыр һыуға килтерә. Шул саҡтан бирле водолаздар һыу төбөн бик ныҡлап тикшерә. Был бер ай самаһы дауам итә. Мазовтарҙың һыу төбөндә булыуы тураһында башҡа бер дәлил дә юҡ. Тәжрибәле водолаздар белдереүенсә, әгәр ғаилә батһа, кәмендә ниндәй ҙә булһа әйберҙәре табылыр ине. Шуға күрә улар “Мазовтар һыу төбөндә юҡ” тигән һығымта яһай.
Мазовтар иҫән булһа ла, улар Башҡортостанда түгелдер. Шуға күрә күрше өлкәләр һәм бөтә Рәсәй буйлап эҙләү ойошторолған. Илдең теге йәки был ҡалаһында уларҙы күрҙек тигән мәғлүмәттәр ҙә килеп тора. Ғаиләне табырға ярҙам иткән хәбәр өсөн полиция ярты миллион һум аҡса ла вәғәҙә итте. Нисек кенә булмаһын, имен-һау әйләнеп ҡайтһындар инде.
Фото: ufa1.ru
Читайте нас