Йәмғиәт
1 Декабря 2019, 06:30

“Ашарға ла, самолетҡа ла аҡса юҡ...”

– Хәҙер һеҙ беҙҙә эшләмәйһегеҙ, – тип ашханаға туҡланырға индермәй башлағандар. Ҡайтып та китә алмайҙар...

Вахта ысулы менән Владивостокка эшкә киткән Башҡортостан егеттәре битарафлыҡ "ауы"на эләккән. Социаль селтәрҙә “Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәренең береһе аптыраған көндән үҙҙәренең ауыр хәле тураһында яҡташтарына мөрәжәғәт иткән.
Рәмил исемле егет үҙҙәрен Владивосток ҡалаһына вахтаға ебәреүҙәрен, аҙаҡ Большой Камень ҡалаһына оҙатыуҙарын һөйләгән, тик унда егеттәр менән хеҙмәт килешеүе төҙөүҙән баш тартҡандар. Эшкә ғинуар башында ғына тотонорға мөмкинлеген әйткәндәр.
Рәмилдең әйтеүенсә, предприятие бер нисә ай инде хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡы түләмәй. Сентябрь өсөн түләүҙәрҙе декабрҙә генә бирергә вәғәҙәләйҙәр. Вахта ысулы менән эшләүселәр федераль бюджеттан финансланыусы дәүләт проектында эшләй.
”Беҙ ҡайтып та китә алмайбыҙ: Башҡортостан менән ара туғыҙ мең километр. Самолетҡа аҡса юҡ. Паровозда бер аҙнанан ашыу барырға кәрәк, билет 15-17 мең һум тирәһе, ашарға алырға ла аҡса кәрәк”, - тип яҙа егет.
“Хәҙер һеҙ беҙҙә эшләмәйһегеҙ”, тип вахтасыларҙы ашханала туҡландырмай башлағандар. Предприятие вәкилдәре әлегә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй, тип яҙа ProUfu. Беҙ ҙә был хәлде күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Фото: ProUfu
Читайте нас