Өфөнөң Мишкә урамындағы 4-се йортта йәшәүселәр ярҙам һорай. Улар ҡайҙа барырға, билдәһеҙ хулигандарҙан нисек ҡотолорға белмәй, үҙҙәренең бәләһе менән социаль селтәрҙә уртаҡлашырға булған.
"Бына инде икенсе йәкшәмбе, подъездарға инеп, фатир ишектәренә ут төртәләр. Беренсе ҡатта, бөтәбеҙ ҙә йоҡлағанда, ике ишекте яндырҙылар, икенсе ҡатта ла ут төртөп маташтылар, тик быныһы килеп сыҡманы. Тәүге янғын 24 ноябрҙә булды. Икенсе ҡаттан ҡулға сабыйҙарҙы тотоп эвакуация баҫҡысынан төшөргә тура килде, - тип һөйләй ошо йортта йәшәгән ҡатын. - Кешеләр эргәләренә һыу менән биҙрә ҡуйып йоҡларға ята, ҡурҡа-ҡурҡа йоҡлап буламы инде?"
Йорт 1941 йылда һалынған, төҙөлөш материалдарының күпселеге ағастан. Бында йәшәгәндәрҙең байтағын өлкәндәр һәм балалар тәшкил итә. Төндә сиратлап дежур итергә мәжбүрҙәр. Был хәл тураһында полицияға хәбәр ителгән.