Йәмғиәт
1 Декабрь 2019, 06:15

Мөхәббәтеңде осратырға теләһәң...

Яңы йыл яҡынлаша. Был байрамды һәр кем көтөп ала, ниндәйҙер мөғжизә, үҙгәреш көтә.

Яңы йыл яҡынлаша. Был байрамды һәр кем көтөп ала, ниндәйҙер мөғжизә, үҙгәреш көтә. Фен-шуй белгестәре Яңы йылда уңыш, байлыҡ, мөхәббәт йәлеп итеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеген һөйләй.
Шыршыны өйгә ир-егет алып инергә, ә ҡатын-ҡыҙ биҙәргә тейеш икән.

Ул өйҙөң көньяҡ өлөшөнә ҡуйыла. Сәләмәтлек яҡшы булһын өсөн алтын һәм көмөш уйынсыҡтар булырға тейеш тиҙәр. Шыршы ағасы оҙон ғүмер ҙә теләп торасаҡ икән.

Яңы йылда аҡса килһен өсөн «Аҡса гөлө»нән бер ботаҡ һындырып шыршыға бәйләргә кәңәш итәләр. Мөхәббәтен осратып, тормош ҡорорға теләүселәр шыршыға пар балдаҡтар элә икән.
Иң мөһиме - күңелебеҙҙә изге ниәт-маҡсаттар булһын. Яңы йылда барлыҡ хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын!
Фото:sakhranova.ru
Читайте нас