Йәмғиәт
1 Декабря 2019, 14:40

"Тимәк, был зат – ҡатын-ҡыҙ”

Йәштәр Игорь Бурцевҡа ҡар кешеһе менән осрашыуҙың дауамын бәйән иткән. Уларҙың һөйләүе буйынса...

Бөрө эргәһендә күренгән ҡар кешеһе тирәләй Мәскәү ғалимдары тарафынан тикшеренеүҙәр дауам итә.
Тарих фәндәре кандидаты, Гоминология халыҡ-ара үҙәгенең Мәскәүҙәге вәкилләт етәксеһе Игорь Бурцев 2016 йылғы видеояҙманы күргәндән алып Башҡортостанға килеү уйы менән яна. Уның фекеренсә, был яҡтарҙа ҡар кешеһенең булыуына дәлилдәр баштан ашҡан.
“Минең уйлауымса, был ҡар кешеһенең булыуын дәлилләгән донъялағы икенсе үҙенсәлекле ваҡиға. Видеолағы стоп-кадрҙарҙа ул асыҡ күренә, улай ғына түгел, түше лә шәйләнә, тимәк, был зат – ҡатын-ҡыҙ”, – ти ғалим.
Видеояҙманың үҙенә килгәндә, юғарыла яҙып үткәнсә, ул бынан өс йыл элек үк төшөрөлгән була. Өс ҡыҙ, бер егет “Жигули” машинаһында арттан ҡыуып килгән сәйер һындан ҡаса, тауыштарына ҡарағанда, ысынлап та ҡурҡҡандары һиҙелә. Әйткәндәй, улар журналистарҙан исем-шәрифтәрен яңғыратмауҙы һораған, әммә Мәскәү ғалимдары менән осрашыуҙан баш тартмаған.
Йәштәр Игорь Бурцевҡа ҡар кешеһе менән осрашыуҙың дауамын да бәйән иткән, һөйләүҙәре буйынса, сәйер зат машинаның артҡы яғына һикереп, тәҙрә быялаһын сатнатҡан.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас