Йәмғиәт
2 Декабря 2019, 09:00

Гөлназ Асаева үлә яҙған...

"Матур йырлағаны етмәгән, матур итеп һуғып йығырға ла өйрәнә инде хәҙер” тигән яҙыуҙар ҙа бар.

"Дуҫтар, эйе, боксҡа яҙылдым бит. Беренсе тапҡыр үлә яҙҙым, бөтә ҡулдарым ауыртып, ниңә килгәнемә үкендем. Икенсе көндө килгәнемә һөйөнөүемде белһәгеҙ ине. Шул тиклем рәхәт ауыртыу тәндә. Хәҙер бер көн дә ҡалдырғым килмәй. Шәп», - тип яҙған үҙенең “Инстаграм” битендә Гөлназ Асаева.
Йырсының был постына күп комментарийҙар яҙғандар. “Гөлназ, барыһы ла яҡшы, футболка йәки майка кейһәң, тағы ла һәйбәтерәк. Һин бит татар ҡыҙы”, - тип бер аҙ шелтә менән яҙғандар ҙа бар. “Купальник яҡшыраҡ”, - тигән икенсеһе. “Уныһын да һалһын”, - тип өҫтәгән өсөнсөһө. “Был тап һинең спорт төрө”, “Кәрәк булыр әле тормошта”, “Һуғыш суҡмары икәнлеген белә инек инде”, “Яныңа егеттәр килһә, артыҡ һүҙ ысҡындырырға ҡурҡырҙар инде”, “Матур йырлағаны етмәгән, матур итеп һуғып йығырға ла өйрәнә инде хәҙер” тигән яҙыуҙар ҙа бар.
Бына шундай яңылыҡ! Кем белә, киләсәктә, бәлки, яратҡан йырсыбыҙҙан данлыҡлы спортсы ла сығыр әле.
Фото йырсының «Бәйләнештә» төркөмөнән алынды.
Читайте нас