Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Владимир Спеле республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Владимир Иванович Спеле 1969 йылдың 8 июнендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда Күсемһеҙ милек бюроһында юрист булып башлай. Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың юстиция министры, республика Президенты Хакимиәтенең Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы аппараты етәксеһе, Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары – Совет аппараты етәксеһе булып эшләй. 2016 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе.