Йәмғиәт
2 Декабря 2019, 10:30

“Ҡыҫһалар ҙа , төртһәләр ҙә риза булдыҡ”

Ни өсөн “ҡырағайлыҡ”? Был беҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур, көтөп алған байрам!

Йәкшәмбе Өфөнөң Инорс биҫтәһендә йәшәүсе халыҡ иртән тороу менән яңы асылған сауҙа үҙәгенә ашыҡты. Бындай ҙа шатлыҡлы ваҡиға гел булып тормай шул. Үҙәкте асыу тантанаһына йәше-ҡарты, бала-сағаһын эйәрткән ғаиләләр ағылды ла ағылды.
Хатта кешенең күплеге арҡаһында этеш-төртөш, тартҡылашыу, үпкә белдерешеүҙәр ҙә булды. Тик бындай ғына ваҡ-төйәктәр ҡыуанысты һүндерә алманы. Яҡында ғына, йортоң эргәһендә тиерлек гипермаркет асылһын әле! Хәҙер ҡаланың башҡа төбәктәрендәге сауҙа үҙәктәре Инорс һатып алыусыларынан ял итһен, әйҙә!
Социаль селтәрҙә ҡыҫылышҡан, бер-береһе менән тартышҡан кешеләрҙе “ҡырағайҙар” тип атағандар ҙа бар. Икенселәр уларға ҡаршы төшә: ” Ни өсөн “ҡырағайлыҡ”? Был беҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур, көтөп алған байрам! Мәхшәрҙе тыуҙырыуҙа үҙәктең хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ғәйепле, уйланылмаған нәмәләр күп. Нисек кенә булмаһын, беҙ бик шатбыҙ һәм ҡәнәғәтбеҙ!”
- Ниһайәт, беҙҙең урамға ла байрам килде! – тип түбәһе күккә тейерҙәй булып шатланған Инорс халҡының һөйөнөсөн беҙ ҙа уртаҡлашабыҙ.
Фото:KP.RU
Читайте нас