Был фажиғәгә нимә сәбәпсе? Ниңә ирҙең ғүмере иртә өҙөлгән?
Ошондай йән өшөткөс һорауҙарҙың барыһына ла аныҡ яуап суд медицинаһы экспертизаһы үткәрелгәс табылыр.
38 йәшлек ирҙең мәйете Белорет районының Яңы Абҙаҡ ауылы эргәһендәге Ҡурҡаҡ тауы итәгендә табылған. Урында йәшәүселәр тиҙ генә фажиғә урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен саҡырған.
Ирҙең тәнендә күҙгә күренгән йәрәхәттәр табылмаған. Уның үҙенә ҡул һалыу ихтималлығы ла бар, тип күҙаллана. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Бәлки, уның ғүмере ҡышҡы һалҡын көндә туңыу һөҙөмтәһендә өҙөлгәндер. Барыһын да ваҡыт асыҡлар.