Йәмғиәт
3 Декабря 2019, 08:55

Ғауға нимәнән сыҡҡан?

Ул бер нисә йыл инде Рәсәйҙең иң ғауғасыл волейболсыһы тигән исемде йөрөтә. “Һеҙ бөтәгеҙ ҙә йүнһеҙҙәр!” – тип ярһып ҡысҡыра ул.

Өфөнөң “Урал” клубы волейболсыһы Алексей Спиридонов балалар спорт турнирында ғауға ҡуптарған. Хәл былай була: уның һигеҙ йәшлек ҡыҙы Өфөлә үткән теннис ярышында көнәркәшен 2:0 иҫәбе менән еңә. Тик судьялар йәш спортсының еңеүен ғәмәлдән сығарырға хәл итә.
Шаһиттар әйтеүенсә, быға атай кешенең ҡыҙын ныҡ ҡысҡырып ҡеүәтләүе сәбәпсе булған. Ғәҙелһеҙлеккә түҙмәй, волейболсы судьялар менән мөнәсәбәт асыҡлар өсөн уларға табан йүнәлә. “Һеҙ бөтәгеҙ ҙә йүнһеҙҙәр!” – тип ярһып ҡысҡыра ул.
Һуңғараҡ, әлбиттә, ул үҙенең "Инстаграм" сәхифәһендә судьяларҙан һәм унда булғандарҙың барыһынан да ғәфү үтенгән. Унда ҡыҫҡаса ошондай юлдар бар: “Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар, тренерҙар һәм Өфө теннис мәктәбе етәкселеге, кисәге йәмһеҙ күренеш өсөн бөтәгеҙҙән дә ғәфү үтенәм. Бәләкәй тенниссылар өсөн ошондай дуҫтарса уйындар үткәреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Һеҙ бәләкәй спортсылар өсөн изге эш башҡараһығыҙ. Ата-әсәләргә, балаларға, ойоштороусыларға әхлаҡи зыян иткәнгә миңә бик оят. Башҡаса бындай хәл ҡабатланмаҫ”.
Алексей Спиридонов бындай хәлгә беренсегә генә тарымай. Ул бер нисә йыл инде Рәсәйҙең иң ғауғасыл волейболсыһы тигән исемде йөрөтә.
Фото: Ufa1.ru
Читайте нас