Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ҡалтасы районына юлланды.
Төбәк етәксеһе барған тәүге предприятие – “Доверие плюс” компанияһы. Ул муниципалитеттағы мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Генераль директор Дамир Низаметдинов етештереү цехтары, сифатлы аҙыҡ-түлек әҙерләү мөмкинлеге биргән заманса ҡорамалдар тураһында һөйләне. Радий Хәбировты тәү сиратта уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу, мәктәптәр һәм ата-әсәләр яғынан дәғүәләрҙең булыу-булмауы ҡыҙыҡһындырҙы.
Предприятиенан сыҡҡас, урамда Башҡортостан Башлығы урындағы халыҡ менән аралашты. Унда эш урындары, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ФАП-тар төҙөү хаҡында һүҙ барҙы. Красный Холм халҡы төбәк етәксеһенән бассейн төҙөүҙә ярҙам һораны. Кешеләр шулай уҡ Яңы йыл байрамы осоронда иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүҙең тыйылыуын хупланы, Өфөнән артистар һәм ижади коллективтар концерт менән йышыраҡ килһен ине тигән теләк белдерҙе. Радий Фәрит улы был йәһәттән мәҙәниәт министрына тейешле күрһәтмә бирергә вәғәҙә итте.
Красный Холм ауылындағы 2-се мәктәптә республика етәксеһе уҡытыусыларға ҡытлыҡ булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды, федераль һәм республика программалары мөмкинлеген киңерәк файҙаланырға кәңәш итте.
Артабан Радий Хәбиров Красный Холм балалар музыка мәктәбенә юлланды. Белем усағы директоры Илүзә Попова республика Башлығына бинаның сәләмәтлегендә кәмселектәре булған балалар өсөн яраҡлаштырылмауы, тауышты изоляциялау ҡулайламаларының, йыһазландырылған китапхананың булмауы, мәктәпкә яңы бина кәрәклеге тураһында һөйләне. Радий Хәбиров был мәсьәләне тикшереү кәрәклеген билдәләне һәм республиканың мәҙәниәт министрына тейешле күрһәтмә бирҙе.
Ҡалтасы районында төбәк етәксеһе “Агромол” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһының һөтсөлөк заводында булды. Предприятиеның эше менән танышҡандан һуң, ул завод етәксеһе Вадим Фрасинюкты “Инвестиция сәғәте” ултырыштарының береһенә саҡырҙы.
Республиканың төньяҡ райондары буйлап эш сәфәрендә Радий Хәбиров “Башлыҡ сәғәте” үткәрҙе. Унда Ҡалтасы районы башлығы Юрий Садыров менән муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәле тураһында фекер алышты.