Ҡайғының ҡайҙан килгәнен белһәң ине лә, тик ул ҡысҡырып йөрөмәй. Әле Белорет ҡалаһында йәшәгән Динара менән Фаяз Солтановтар ғаиләһенә көтмәгәндә ҙур бәлә килде: бәләкәй ҡыҙҙары Заринаға киҫкен лейкоз (ҡандағы яман шеш) диагнозы ҡуйғандар.
“Зарина кеүек бәләкәй генә балаларға көн дә күңел йылыһын, һөйөүен биргән хеҙмәттәшебеҙ, тәрбиәсе Динара Әхәт ҡыҙының тормошона бәхетһеҙлек килде. Ҡайғы ят булмай һәм ул бер ҙә уйламағанда килеп шаңҡыта. Иртәнсәк көн салт аяҙ булһа, йылы ҡояш нурҙары иркәләһә, йылмайып эшкә барһаң, көтмәгәндә йөрәгеңә хәнйәр ҡаҙала – йөрәгеңдең бер өлөшө булған балаҡайың үлем сигендә – киҫкен лейкоз. Нисек инде? Өс йәшендә? Йөрәк өҙгөләнә... Балаҡай, бирешмә, көрәш, йәшәргә ынтыл! Был күңел һәм йөрәк ауазы: йәшә, Зарина!“ – тип яҙа Белорет ҡалаһынынң 25-се башҡорт балалар баҡсаһында бергә эшләгән хеҙмәттәше Динә Әҙелмырҙина.
“Хоҙай көслөләргә генә һынау ебәрә ти, һәм беҙ уны үтергә тейешбеҙ, Алла бирһә. Бер гонаһһыҙ балаҡайыма был яман сирҙе изге күңелле кешеләр менән бергә еңеп сығырға Хоҙайҙан сабырлык, көс һорайым...” – тип яҙа Динара социаль селтәрҙәге диуарында.
Әлбиттә, был сиргә ҡаршы көрәшеү ябай ғаиләнең бер үҙенә генә йырып сыҡҡыһыҙ, ауыр буласаҡ. Шуға ла изге йөрәкле кешеләр – Заринаға ярҙам итергә теләгәндәр Солтанова Динара Әхәт ҡыҙының иҫәбенә аҡса күсерә ала ( иҫәп - 42307810006511751594, телефоны - 89625288580).
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.