Йәмғиәт
5 Декабря 2019, 10:30

Мазовтар... Өс фараз бар

Икенсе версияға ярашлы, ғаилә бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған. Тик беҙ был вариантта шикләнәбеҙ.

Мазовтарҙан һаман бер хәбәр юҡ. Икенсе ай китте. Эҙләү әле һаман дауам итә. Рәсми органдар был турала нимә әйтә?
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты рәйесе Денис Чернятьев Мазовтар ғаиләһен эҙләү барышы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Тәфтишселәр өс йүнәлеш буйынса эшләй икән.
– Тәүгеһе буйынса балалар енәйәт ҡорбаны булған. Икенсе версияға ярашлы, ғаилә бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған. Тик беҙ был вариантта шикләнәбеҙ. Һәм өсөнсө фараз, атаһы алдан уйлап бәлиғ булмаған балаларын алып киткән һәм әле улар йәшенеп ята. Бының сәбәбе – ғаиләләге мөнәсәбәттәргә бәйле булыуы ихтимал, – тине Денис Чернятьев.
Шулай уҡ ведомство етәксеһе Мазовтарҙы эҙләүҙә ярҙам иткән коллегаларына рәхмәт һүҙҙәрен дә әйтте.
– Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары, полиция һәм башҡа органдар, тәфтишселәр һауа шарттарына, шәхси ваҡыттарына ҡарап тормай яланда һәм һыу аҫтында эҙләүҙе туҡтатмай. Бөтә был кешеләргә рәхмәт әйткем килә, улар был ғаиләнең фажиғәһен үҙенеке кеүек яҡын ҡабул итте һәм уларҙы табырға бөтә көсөн һала, – тине ул.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас