Йәмғиәт
5 Декабря 2019, 06:00

Әсәй фатихаһы булмаһа...

Инде арыу уҡ иҫ белә башлаған, атаһының эштән ҡайтҡанын һәр көн ҡыуанып көтөп торған ҡыҙ бала, ниндәйҙер яманлыҡ булғанын аңлап, үҙәк өҙгөс итеп “Атай!” тип ҡысҡырып артынан йүгереүе лә тәьҫир итмәй иргә.

Ейәнсәре менән өй алдындағы балалар майҙансығында йөрөгән мөләйем йөҙлө, матур, алсаҡ апайҙы йыш күрәм. Танышып, яҙмышын яҡынданыраҡ белгәс, уның гел һағышлы ҡараған күҙҙәренең сере асылды һәм ғүмерен иң яҡын ике кешеһенә арнаған был оло йөрәкле ҡатынға ихтирамым артты.
...Нефть институтында уҡығанда ҡыҙ зәңгәр күҙле, етен сәсле рус егетенә ғашиҡ була. Ул да ҡыҙға үҙенең битараф түгеллеген күрһәтә: дәрестән һуң көтөп тора, оҙата бара, туңдырма менән һыйлай. Тик бер-береһен оҡшатыуҙары хаҡында һөйләшергә икеһе лә ул ваҡытта ҡыймай. Уҡыуҙы тамамлағас, егет үҙ яғына – Силәбе өлкәһенә ҡайтып китә, ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Өфө заводтарының береһенә эшкә ебәрәләр.
Шулай бер йыл үтә. Сергей хис-тойғоһоноң ныҡлығына ышанғас, Өфөгә ҡыҙ янына килә, Зилә эшләгән заводта уның эш сменаһы бөтөүен ҡапҡа төбөндә көтөп тора. Студент йылдарынан айырмалы, ул был юлы осрашыуға серле мәғәнә бирергә теләүен күрһәтә: ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан гөлләмә һәм ҙур торт менән ҡаршылай ҡыҙҙы, ә түш кеҫәһендә никах балдаҡтары ятҡанлығын ул мәлдә үҙе генә белә. Эштән сыҡҡан Зилә егетте күреп, тәүҙә ҡаушап ҡала.
Сергей һүҙҙе ҡыҫҡа тота: “Мин һине алырға килдем, һинән башҡа йәшәй алмағанымды аңланым”, – тип мөхәббәтен бер тынала асып һала. Һәр нәмәне уйлап эш итеп өйрәнгән ҡыҙ егеттең һүҙҙәренән башын юғалтмай, осоноп та китмәй. Ул да уны бер күреүҙән оҡшатыуын, тик белгертергә батырсылыҡ итмәүен һөйләй.
“Яратам, бергә булырға теләйем, тик һиңә эйәреп артыңдан китә алмайым, сөнки әсәйем оло, мин – берҙән-бер ҡыҙы, әйҙә, һин бында кил, бында эш тә табылыр”, – тип егеттең үҙен саҡыра. Сергей бер аҙға ғына уйға ҡала: уның да ата-әсәһе бар, былай әле үҙҙәре донъя көтөрлөк шәптәр, барыбер тәүҙә улар менән кәңәшләшергә кәрәк... Шулай итеп, завод ҡапҡаһы төбөндәге осрашыуҙа ике ғашиҡтың яҙмышы хәл ителә. Зилә егеттең бында туҡтарлыҡ урыны булмағанын белгәнлектән, тура үҙҙәренә алып ҡайта, әсәһе менән дә яҡындан танышырҙар тип уйлай. Тик бер нәмәне иҫәпкә алмаған икән ҡыҙ: әсәһенең, дини кеше булараҡ, икенсе милләт кешеһенә кейәүгә сығыуына ризалыҡ биреү-бирмәүен. Хәлде аңғартырға теләгән ҡыҙына, әсә ҡырт киҫеп: ”Аңланым инде, затты рисуай итеп урыҫ эйәртеп йөрөйһөң, тик минән фатиха көтмә”, – ти.
Аптырауҙа ҡалған ҡыҙы, улай икән, үҙем уға эйәреп китәм, тигәс кенә уйға ҡала әсәһе... Шулай, ике яҡтың да оло быуынынан инәлеп тигәндәй рөхсәт алып, улар бергә йәшәй башлай. Сергей заводҡа эшкә урынлаша, йәштәр менән туй кеүек тантана үткәрелә. Тик шуныһы йәштәрҙең эсен ҡыра: унда ике яҡтан да ата-әсәләр ҡатнашмай. Шулай күңелһеҙерәк башланып китә йәштәрҙең ғаилә тормошо. Туғыҙ айҙан, күңелде ҡаплаған шәүләне таратып, ҡыҙҙары тыуа. Тормош яйланып китер төҫлө тойола йәштәргә. Тик ҡәйнә кейәүен ҡабул итә алмай, уның менән бер өҫтәл артына ултырып ашамай, яйы сыҡҡан һайын ризаһыҙлығын күрһәтә, тора-бара холҡо тағы нығыраҡ аҙа, гел тиргәнә, ҡарғана, бер һүҙ менән әйткәндә, кейәү бахырға көн бөтә. Ир түҙә, өндәшмәй. Зилә ике ут араһында кеүек үҙен хис итә, ике яҡҡа ла ярарға, көйҙәрен көйләргә тырышып өтәләнә.
Бер мәл ғаиләлә ҙур боролош яһарлыҡ ваҡиға була: Зилә сабыйы менән дауаханаға эләгә, шул көндө ҡәйнә кеше эштән ҡайтҡан кейәүенә ишек асмай. Ҡайҙа төн үткәргәндер инде бахыр ир. Ҡатыны менән балаһы дауахананан сыҡмайынса ҡабат килмәй ул был йортҡа. Түҙемлеге лә шул мәлдә шартлап һына күрәһең, ул ҡатынына мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя: йәшәргә беҙҙең яҡҡа китәбеҙ, ти. Зилә иренән бындай тәүәккәллекте көтмәй, баҙап ҡала. “Ҡабаланма, уйлайыҡ әле”, – тип тынысландырмаҡсы итә. ”Күп уйландым һәм үҙемә ҡарар ҡабул иттем. Хәҙер һин әйт: бергә бараһыңмы-юҡмы?”– тип етди итеп һорай ире. Зиләнең әсәһен яңғыҙ ҡалдырып китмәйәсәген аңлаған ир: ”Хуш, мин бында бер көн дә ҡала алмайым”, – тип, йыйынып, ишеккә йүнәлә. Инде арыу уҡ иҫ белә башлаған, атаһының эштән ҡайтҡанын һәр көн ҡыуанып көтөп торған ҡыҙ бала, ниндәйҙер яманлыҡ булғанын аңлап, үҙәк өҙгөс итеп “Атай!” тип ҡысҡырып артынан йүгереүе лә тәьҫир итмәй иргә. Өләсәй ҙә бер мәлгә (моғайын, үҙ хатаһын аңлағандыр) шымтайып ҡала, эстән генә, кире ҡайтһа ярар ине, тип теләй. Был турала ул аҙаҡ, үлем түшәгендә ятҡанында ғына, сиселә һәм тормошон боҙған өсөн ҡыҙынан бәхиллек һорай. ”Ейәнсәремдең шул саҡта ҡысҡырыуы ғүмер буйы ҡолағымда яңғырап торҙо, өсөгөҙҙө лә бәхетһеҙ иткәнемде шул мәлдә аңлап, ғазапланып йәшәнем. Кисер мине, балам", – был әсәһенең һуңғы үкенес һүҙҙәре була.
Сергей үҙһүҙле булып сыға: ул бер нисә йыл Зиләне саҡырып-саҡырып ҡарай ҙа үҙ милләтенән булған ҡатынға өйләнә. Бүтәнсә уны борсомай, ҡыҙына иһә әленән-әле аҡса ебәрештерә. Ә Зилә, һоратыусылар булһа ла, тәүҙә әсәһен ҡарайым тип баш тарта, аҙаҡ ҡыҙым ҙурая биргәс тип шәхси тормошон яйларға ашыҡмай. Шунан инде байтаҡ ғүмер үтеп, һылтанырлыҡ сәбәп булмаһа ла, үҙенең яңынан кем менәндер мөнәсәбәт ҡорғоһо килмәгәнен аңлай һәм яңғыҙ ҡала. Бар һөйөнөсө, йыуанысы – ҡыҙы. Хәҙер инде уның үҙ ғаиләһе, үҙ балаһы бар. Зилә апайҙың бар хәстәре, мәшәҡәттәре хәҙер ҡыҙының ғаиләһе менән бәйле.
Фото: Pixabay.com
Читайте нас