Йәмғиәт
6 Декабря 2019, 09:05

Башҡорт, йоҡлама! Беренсе бул!

Блогер, вайнер, стендапер Фидан тураһында.Был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын ҡайһы берҙәребеҙ белеп тә етмәйҙер әле. Ә әүҙем, алдынғы ҡарашлы Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ, халыҡ араһында Кәкре Сүкеш булараҡ танылған егет, ошоноң менән аҡса эшләй.

Был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын ҡайһы берҙәребеҙ белеп тә етмәйҙер әле. Ә әүҙем, алдынғы ҡарашлы Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ, халыҡ араһында Кәкре Сүкеш булараҡ танылған егет, ошоноң менән аҡса эшләй.


Ғөмүмән, ҡыҙыҡ кеше булып сыҡты әле ул. “Инстаграм”, “Бәйләнештә” һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә ултырған кешеләр, моғайын, уның үҙен һәм ижадын яҡшы беләлер. Төрлө ҡыҫҡа видеояҙмалар һалған, аҙна һайын “оперативка”лар үткәргән егет бит ул. Башҡорт КВН уйындарын, башҡортса стендап кисәләрен ойоштороусы­ларҙың береһе лә Фидан. Хәйер, барыһы тураһында ла ентекләберәк үҙе менән һөйләшәйек әле.


Сихри сәхнә энергетикаһы арбай


– Беренсе һорау тамырҙарға бәйле. Ҡайһы яҡтан һин?

– Әбйәлилдә тыуғанмын, Бай­маҡта йәшәнем. V кластан алып Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернатта уҡыным. Артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фило­логияһы һәм журналистика факультетын тамамланым.
– Һөйләшеүҙе КВН темаһынан башлайыҡ. Ҡасандан уйнайһың?

– VIII класта уҡыған саҡта беҙҙең гимназияла КВН уйындары үтте. Кластар араһында булған ярышта мин дә ҡатнаштым һәм... сәнғәттең был төрөнә ғүмерлеккә ғашиҡ булдым. Шул саҡта тәүге тапҡыр тамашасы энергетикаһын тойҙом, сәхнәлә булыуҙан ләззәт тойғоһо кисерҙем. Был артабан да уйын­дарҙа ҡатнашыуға этәргес бирҙе. Аҙаҡ инде БДУ-ла уҡый башлағас, 2007 йылдар ине, ныҡлап уйнап ҡарарға булдым. Ул саҡта йәш яҡташтар берлектәре бик көслө ине. Күп райондар үҙ командаларын булдырып, Өфөнө гөрләтеп уйнап йөрөгән саҡ. Мине сығышы менән Учалы районынан булған дуҫым Рәфис исемле егет үҙҙәренең “Горняк-Дозор” коман­даһы өсөн уйнарға саҡырҙы. Уңышлы ғына сығыш яһаныҡ, еңеүҙәр яуланыҡ.
Аҙаҡ ул команда һүлпәнәйҙе, дуҫым армияға китте. Икенсе бер иптәшем менән үҙ командабыҙҙы булдырырға ҡарар иттек. Шулай итеп Кәкре Сүкеш килеп сыҡты. Бер тапҡыр ғына икәү уйнаныҡ та, аҙаҡ мин монокомандаға әүерел­дем. Тимәк, яңғыҙым сығыш яһайым. Был әлбиттә, ауыр, яуап­лы. Икенсе яҡтан, әҙерләнеүе рәхәт. Үҙемә үҙем хужа, үҙем текстар яҙам, үҙем репетиция үткәрәм.
– Шул һорау һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындыра ине. Ни өсөн Кәкре Сүкеш? Нимә аңлата һуң ул?

– Ә бер нимә лә аңлатмай (көлә). КВН-да бит иң мөһиме ҡыҙыҡ булһын. Һәр һүҙгә мәғәнә һалып ултырып булмай. Күп варианттар уйлап, ошоноһон иң уңышлыһы тип таптыҡ һәм ҡалдырҙыҡ. Ана бит, кешеләр уны белә! Тимәк, дөрөҫ һайлағанбыҙ.
– Белеүемсә, әле уйна­май­һың. Тик КВН-дан йыраҡ та китмәгәнһең.

– Эйе, КВН-да уйнар өсөн ҡартайҙым инде мин. Йәштәр уйнаһын. Хәҙер командабыҙ менән һөйләшеп, Башҡорт КВН-ының Кубоктар лигаһын ойошторҙоҡ. Үҙебеҙ беҙ Башҡорт асыҡ КВН лигаһында уйнай инек. Ул – башҡа ойошма. Әле унда үҫмерҙәр, мәктәп уҡыусылары уйнаһа, беҙ өлкәндәр командаларын тупланыҡ.


– Проект уңышлы булдымы һуң?

– Минеңсә, эйе. Кеше йөрөй, һәр уйында кәмендә 700 тамашасы йыябыҙ. Әле бер миҙгел генә уйнаныҡ. Йыл дауамында биш уйын үткәрелә. Улар Миҙгел асыу кубогы, Йәш яҡташтар кубогы, Йәйге музыкаль кубок, Байрам кубогы һәм Суперкубок тип атала. Бына шуларҙың дүртәүһе гөрләп үтте. Һәр уйындан һандыҡҡа 20-шәр мең һум аҡса һалып барҙыҡ. Әле унда 100 мең һум тупланды. 21 декабрҙә Суперкубок уйынында биш команда араһында шуны уйнатасаҡбыҙ.
Тәүге миҙгелде Башҡортостан­дың 100 йыллыҡ юбилейына һәм Театр йылына арнаныҡ. Жюри ағзалары араһында театр артис­тары ла булды, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ һәм иң яҡшы ир-егет роле өсөн махсус бүләктәрен тапшырҙы.
Финалға сыҡҡан командаларға килгәндә, улар Сибайҙан, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарынан, ике команда Өфөнән. Шулай күңелле генә йәшәп ятабыҙ. Әле шул Суперкубокка ныҡлы әҙерлек бара инде.
– Беҙҙең башҡорт КВН-ы нимә тураһында шаярта? Халыҡҡа нимә кәрәк? Кешене көлдөрөү һис тә еңел эш түгел бит.

– Тәү сиратта, сәйәсәт. Үҙем дә ошо теманы ярата инем. Көнкүреш темалар, кешене борсоған проблемалар, иҡтисади хәл – бер нимә лә ситтә ҡалмай. Бөтәбеҙ ҙә ауылдан сыҡҡанбыҙ бит, ауыл тураһындағы шаяртыуҙар күп. Уны барыһы ла яҡшы аңлай. Йәштәр лигаһы булғас, интернетҡа бәйлеләре байтаҡ. Унда нимә көнүҙәк, беҙ ҙә шуны күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. КВН-дың үҙенсәлеге шунда: шаяртҡан тема көнүҙәк түгел икән, ул ҡыҙыҡ түгел. Былтыр йығылып ятып көлгән темалар быйыл бөтөнләй ҡабул ителмәҫкә мөмкин. Шуға күрә заман менән бергә атларға кәрәк.
Стендап жанрында эшләү ҙә КВН-ға яҡын. Ике-өс йыл “Хәйерле стендап кис” тип аталған кисәләр ойошторҙоҡ. Уны ла халыҡ йылы ҡабул итә торғайны. Әлегә был йүнәлеш туҡтап торҙо, кем белә, бәлки, оҙаҡламай кире тергеҙелер.
– Ишетеп белеүебеҙсә, һин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашҡанһың. Әллә шул сәйәсәт темаһына шаяртыуҙарығыҙ оҡшама­ғанмы?

– Киреһенсә. Беҙҙең Башлыҡ бик юморлы кеше булып сыҡты. Дуҫтарса аралаштыҡ. Радий Фәрит улы: “Юл буйына һинең “оперативка”ларыңды ҡарайым, рәхәтлә­неп көләм. Водителдәр минең ни өсөн көлгәнде лә аңламай”, – тине. Ҡыҙыҡ проекттарың булһа әйт, һөйләшербеҙ, тине. Мин был турала уйлайым әле.
Ғөмүмән, аралашыу юморға бәйле булды. Ул – бик адекват, юмор тойғоһо ифрат шәп булған кеше. Беҙ КВН-да уның тураһында ла шаяртабыҙ бит. Тик был әсе түгел, ә дуҫтарса, сөнки халыҡ уны бик ыңғай ҡабул итә. Радий Фәрит улы барыһын да аңлай. Беҙҙәге башҡа чиновниктар ҙа уның кеүек булһын ине.


Вайн ул – киләсәк


– Вайн төшөрәм, тиһең. Нимә һуң ул? Аңлатып кит әле.

– Рәсәйҙә һәм Ҡаҙағстанда популяр булған бер йүнәлеш ул. Дөрөҫөрәге, ҡыҙыҡлы, ҡыҫҡа видеолар. Мин уларҙы бер йыл элек төшөрә башланым. Ябай ғына, еңелсә шаяртыуҙарым халыҡҡа шул тиклем үтеп инмәһә, бәлки, дауам да итмәҫ инем. Ысын, кеше уны ныҡ ихлас ҡабул итте, оҡшатты. Социаль селтәрҙәрҙә улар менән уртаҡлаша, коммен­тарийҙар ҡалдыра башланылар, тағы төшөрөүҙе һоранылар.
– Һинең Башҡортостан райондарына арнап төшөргән вайндарың бик популяр ине. Хәҙер күренмәй.

– Эйе, һәр бер районға хас кешеләрҙе, уларҙың ҡылыҡтарын күрһәтә инем. Тәүҙә хәтәр яратып ҡабул иттеләр. Башҡорттар күп йәшәгән райондар ярҙамлаша, үҙ яҡтары ҡыҙыҡтарын, билдәле кешеләре тураһында мәлүмәттәр ебәреп, вайндарҙы байыта ине. Әммә бер мәл әүҙемлек кәмене. Популяр, әүҙем райондарҙан һуң, һүлпәнерәктәре менән эш башла­ғас, яуаптар килмәй, коммента­рийҙар ҡалдырмай башлағас, мин уларҙы туҡтаттым. Һәм “оперативка”лар килеп сыҡты.
– “Оперативка”ларың нимә тураһында? Нимәһе менән ул беҙҙең Башлыҡҡа ла оҡшай?

– Райондар тураһындағы сериялар бөткәс, бер ай самаһы элек төшөрә башланым мин уларҙы. Бер үҙем бер нисә роль башҡарам. Тәүҙә рәйес һәм ябай халыҡ ине. Рәйес, хужа булып алғас, сабата­һын түргә элгән. Ябай халыҡ образын иһә тураһын әйтергә яратҡан, отҡор телле бер ағай кәүҙәләндерә. Әле һуңғы ике серияла өсөнсө образ – ялағай барлыҡҡа килде. Ул инде рәйескә ялағайлана, уға кәрәген һөйләй.
Был “оперативка”лар өҫтөндә мин бик етди эшләйем. Аҙна буйына ҡыҙыҡлы, көнүҙәк проблеманы эҙләйем, аҙаҡ шул теманы үҫтерәм. Халыҡ уны яратып ҡабул итә. Сере, минеңсә, ябай – быларҙың барыһы ла тормоштан алынған. Һәр ауылда шундай кешеләр бар. Улар йыйылма образдар, аныҡ бер кеше генә түгел.


“Инстаграм” – аҡса эшләү сығанағы


– Әйҙә хәҙер ошолар менән нисек аҡса эшләүең тураһында ла һөйләшәйек. Моғайын, был беҙҙең уҡыусыларға бик ҡыҙыҡтыр.

– Әлбиттә, ҡыҙыҡ. Әүҙем булған һәм интернетта ултырған һәр кем унда аҡса эшләй белһен ине. Үҙемә килгәндә, мин “Инстаграм”да эшләйем. Унда иң ҡиммәтле әйбер – яҙылыусылар һаны. Һинең аккаунтыңда дуҫтарың күп икән, тимәк, һин реклама һата алаһың. Реклама биреүсе профилеңә инеп ҡарай, “әһә, бының дуҫтары күп”, ти ҙә әүҙемлегеңде тикшерә.
Әүҙемлек – ул икенсе ҡиммәтле әйбер. “Фидбэк” тигән һүҙе лә бар уның. Һин аҙна һайын яңы видеояҙма һалырға, стористарға көн һайын бер нисә әйбер ҡалдырырға тейешһең. Тик уларҙы яҙыу бер, ә яҙылыусыларыңдың уға ҡарата яуабы – икенсе мөһим нәмә. Улар комментарий ҡалды­рырға, видеояҙмаңды дуҫтары менән уртаҡлашырға, үҙенең сәхифәһенә күсереп ҡуйырға тейеш. Был ғәмәлдәр ни тиклем күберәк башҡарыла, һин шул тиклем ҡиммәтле.
– Һинең яҙылыусыларың күпме һуң? Бының менән нисә һум аҡса эшләп була.

– Яҙылыусыларым – 23 мең кеше. Биш мең саҡта 15 секундлыҡ сторис 300 һум тора ине. 10 меңгә еткәс, хаҡы 500 һумға етте. Әле 20 меңде ашҡас, 15 секундым – 1000 һум. Бында әҙерәк һата белергә лә кәрәк. Бер рекламаны ике-өс тапҡыр бирһәләр, ташлама яһайым һәм башҡа юлдары бар. Әлеге мәлдә айына кәмендә 20 мең һум килә. Килемде арттырыр өсөн яҙылыусылар һанын артты­рырға һәм әүҙемлекте һүлпә­нәйтмәҫкә кәрәк.
– Ҡайһылай ҡыҙыҡ. Ысынлап та, аҡса эшләүҙең үҙенсәлекле генә бер юлы кеүек был.

– Интернетта бөтәбеҙ ҙә көнө буйы ултырабыҙ. Бының өсөн аҡса ла түләһәләр, шәп бит. Бик еңел тип әйтмәйем. Уйланырға, үҫе­шергә, ижади ҡарарға кәрәк. Блогерлыҡ үтә популярға әйләнде. Беҙҙең башҡорттар араһында ла 50-шәр мең һәм унан күберәк яҙылыусылары булған йырсылар, “йондоҙҙар” бар. Улар ҙа шулай уҡ реклама эшләй. Ғөмүмән, шуны әйткем килә. Беҙҙең башҡорттар йоҡлап ятмаһын, аҡса эшләүҙең төрлө юлдарын эҙләһен! Интернет ҙур бит ул. Унда ла үҙ урыныңды табырға, ҡыҙыҡлы идеяларыңды үҫтерергә була.
– Нисек башыңа етте һуң был аҡыл?

– Мин күп яҡтан алдынғы булырға тырышам. Республикала тәүгеләрҙән булып вайн төшөрә башланым, “Инстаграм”да беренсе­ләрҙән эшләнем. Стендап кисәләре үткәреүҙә лә тәүге булдым. Беренсе булыу теләге бала сағымдан килә. Әсәйем беҙҙе, өс баланы, яңғыҙы тәрбиәләне. Ул – ябай социаль хеҙмәткәр. Үтә ярлы үҫтек, ҡышын аяғыма кейергә итек тә юҡ ине, өләсәйемдең туфлиҙарын кейеп йөрөнөм. Ошо ярлылыҡ ныҡ үҙәгемә үтте, кешенән ояла торғайным. Шуға күрә балаларымды ла шундай яҙмышҡа дусар итмәҫ өсөн беренсе булырға, кешеләр башламаған эшкә тотонорға кәрәк тип һанайым.
– Ғаиләң тураһында ла бер-ике һүҙ әйтһәң ине...

– Өйләнгәнмен. Ҡатыным минең ҡапма-ҡаршым, ул – программист. Мине, ижад кешеһен, етешһеҙлек­тәрем менән ҡабул итеп йәшәгәненә уға ҙур рәхмәт. Улым бар, уға дүрт йәш. Беҙҙең уның менән “Атай-сын” тигән вайндар серияһы ла бар. Уның менән тик башҡортса һөйләшәбеҙ, рухлы итеп үҫтерәбеҙ.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн рәхмәт. Һинең фекерҙәрең кемгәлер бик файҙалы булыр тип ышанам.
Читайте нас