Йәмғиәт
6 Декабря 2019, 11:30

Еңеү паркында яугирҙәрҙе иҫкә алдылар

Тантанала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.

Бөгөн Өфөләге Еңеү паркында Ватан Геройҙары көнө айҡанлы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм республика Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскә һалды.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас