Йәмғиәт
6 Декабря 2019, 17:20

Мәктәптең ҡыйығы тишек, клуб юҡ, төҙөүселәр юлдарҙы туҙҙыра...

Бүздәктәр әйтеүенсә, эшселәр эскән килеш транспорт сараһында ауыл урамдарын ҡыҙыра икән. Тәү сиратта, был кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф менән янаһа, икенсенән, ауыр йөк машиналары ауыл урамдарын юҡҡа сығара.

Бүздәк районының Восточный ауылы халҡы Бүздәк ауыл советының эш төркөмө менән осрашты. Улар араһында ауыл советы депутаты Г. Гәүһәрова, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А. Низамов, уның урынбаҫары И. Дистанов бар ине.
Осрашыуҙа ауылдың иң әүҙем кешеләре сығыш яһаны. Мәҫәлән, В. Сыртланова “М-5” федераль трассаһын төҙөүселәрҙең тәртибе хаҡында борсолоуын белдерҙе. Баҡһаң, эшселәр эскән килеш транспортҡа ултырып, ауыл урамдарын ҡыҙыра икән. Тәү сиратта, был кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф менән янай, икенсенән, ауыр йөк машиналары ауыл урамдарын юҡҡа сығара. Төҙөүселәр хатта ауыл магазинына ла әллә нисә тонна тартҡан олоғара машиналарҙа йөрөй икән.
Шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу, һыу менән тәьмин итеү, торбаларҙың авария хәлендә булыуы, иҫке йорттарҙың күбәйеүе, мәктәп ҡыйығының күптән ремонт талап итеүе кеүек көнүҙәк проблемалар ҙа күтәрелде. 1960 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы ла буш тиерлек: унда бер нисә генә бала йөрөй.
Әлбиттә, яҡшы яңылыҡтар ҙа бар. Ауыл советы хакимиәте башлығы А. Низамовтың тырышлығы менән балалар майҙансығы булдырылған. Унда үҫмерҙәр өсөн спорт ҡорамалдары ла ҡуйылһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, ти ауыл халҡы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Восточныйҙа клуб юҡ, ул күптән эшләмәй. Ауыл халҡы ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә депутаттарға ҙур өмөт бағлай.
“Бүздәк яңылыҡтары” гәзите материалы ҡулланылды.
Фото: byzdyak.rbsmi.ru
Читайте нас