Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 14:40

Серле һыбайлы

Күңел күҙе менән күргән.

Ете быуынға етерлек...


– Балаҡайым, һин ниңә, төн еткәс, урман аша ҡайтырға бул­дың? – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем. – Ун бер саҡрым бит, нимә уйлайһың һин? – тип өҙгөләнәм.
– Электричкаға ултыра алманым, танау төбөмдә генә ишектәрен ябып китеп тә барҙы. Ярай, ҡурҡма, оҙаҡламай ҡайтып етермен, – тине ҡыҙым, бер ҙә аптырамай ғына. Шунан телефонын һүндереп үк ҡуйҙы.
Әсә йөрәге нисек хафалан­маһын инде! Юлда яңғыҙ йәш ҡатынға нимә генә осрамаҫ та нимә генә күренмәҫ. Сабыйы бер төнгә имсәкһеҙ түҙерме лә нисек әсәй кеше имеҙмәй үҙе сыҙар, тигән уй ҙа борсой. Шулай үрһәләнә-үрһәләнә ут йотоп, өйҙө бер итеп йөрөйөм.
Бер мәл солан ишеген кемдең­дер ашығып асҡанына терт итеп ҡалдым. Шул уҡ минутта ишектә Даниям күренгәс: “Бәй, һинме-е? Нисек улай тиҙ ҡайтып еттең?” – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем.
– Әсәкәйем, әйттем бит мин һиңә, ҡайтам, тип. Ҡайттым бына. Данил әллә йоҡлаймы? – тип һөйләнә-һөйләнә сабыйы ятҡан яҡҡа үтте. Балаһының тыныс ҡына йоҡлап ятыуын күргәс тынысланып, көр тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы:

– Әсәй, һин өләсәйем һөйлә­гәнде оноттоңмо әллә? Әхмәтша олатайым әйткән бит: “Ете быуыныма етерлек итеп уҡыным мин, Хоҙайҙың ярҙамынан ҡалмаҫтар! Ен-фәлән ояламаҫ”, – тип. Шуға мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, хатта эттән-йырт­ҡыстан да, яуыз кешеләрҙән дә. Ныҡ ышанам олатайымдың көсөнә!
Ҡыҙымдың был яуабынан тел­һеҙ ҡалам. Әсәйемә, олатайыма рәхмәт әйтергәме, әллә отҡор ҡыҙымды маҡтарғамы, ҡапыл ғына бер нимә лә әйтә алманым.
Ошо хәтернамәне яҙырға ул­тырғас ҡына, бер ҡыҫҡа тормош күренеше иҫемә төштө, уның әһәмиәте башыма барып етеп, фекер офоҡтарымды асты. Был донъя­ла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй, тигән аҡыллылар. Ысынлап та, шулай. Ҡыҙым иҫенә төшөргән Әхмәтша олатай ул. Ниндәй көскә, ҡөҙрәткә эйә булған? Әгәр уның ейәнсәренең ҡыҙҙары хәҙерге замандың кеше ҡурҡытырлыҡ ҡайһы бер яманлыҡтарынан да Әхмәтша олатайҙарының доғалары менән үҙҙәрен һаҡлаулы, яҡлаулы итеп тоя икән, ысынлап та, ниндәй булған ул? Уға әсәйем, апай-инәйҙәрем, бабайҙарым ғына түгел, бөтә Белорет районының Беҙәк-Әхмәр халҡы ҙур ышаныс күр­һәткән.
Ә ҡайҙан килгән һуң олатайға тотош ауылдаштарын, дуҫтарын ышандырыр ҡөҙрәт? Бындай һәләт һәр кемгә лә бирелмәй бит. Заманаһына күрә бик уҡымышлы булыуы ла юҡтан түгел. Беҙҙең яҡ ауылдарҙа уҡымышлылар бик һирәк булған ул заманда, ә ул Зәйнулла ишандың шәкерте тиһәң дә була.
Зәйнулла ишан Троицкиҙың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең мөҙәрисе булып эшләгән, балаларға белем биргән. Шул ваҡытта беренсе генә йыл әрмелә йөрөгән Әхмәтша Сәлимов мәҙрәсәгә йөрөй башла­ған. Йәш һалдатҡа үҙебеҙсә аралашыу етмәгәндер инде. Ул һәр саҡ ишек төбөндә генә ултырып ишандың уҡытҡанын тыңлар булған. Уҡыусы булмағас, яуап тотмаған, әммә ныҡ тырышып өйрәнгән.


Үҙе аҡ юл күрһәткән


Әсәйем Сафия Шәйхулова (Сә­лимова) атаһы Әхмәтша Сәли­мовтың ошо хаҡта һөйләгәндәрен һүҙмә-һүҙ иҫләй һәм балаларына һөйләй: “Зәйнулла ишандың шә­керт­тәре араһында бай, мулла уландары күп ине. Улар алдараҡ ултыра, ҡыйыу, тик белем эстәргә тырышып тормай, үҙҙәрен бик юғары тота. Ишан бер кемгә ҡарамай ине уҡытҡан саҡта. Күңел күҙе менән күргәндер күберәк, тип уйлайым хәҙер. Мин дә үҙемде ул күрмәй ҙә, белмәй ҙә, тип уйланым. Ә ул белгән икән. Дәрестән һуң мине алып ҡалып, әңгәмәләшә башланы, һораша, аңлата. Бер ваҡыт дәрескә бик тулҡынланып, тынысһыҙланып килдем. Ғәжәйеп бер төш күргәйнем. Салт аяҙ күк йөҙө. Арбаға ултырып, ялан буйлап китеп барам, имеш. Шул ваҡыт ҡапыл күк күкрәне, әллә ҡайҙан ябырылған ҡара болоттар ара­һынан әкиәттәге һымаҡ ялтырап торған ап-аҡ кейемдә һыбайлы килеп төштө лә эргәмә килеп баҫты.
– Әссәләмәғәләйкүм! – тип, миңә ике ҡулын биреп тороп күреште.
– Вәғәләйкүм әссәләм, саллал­лаһу ғәләйһиссәләм, – тип ҡул бирештек.
Шул мәлдә генә уянып киттем. Уянғанымда, әле генә төшкә ингән серле һыбайлының атының мороно беләгемә тейгән урыны ла йылы ғына булып тойолоп тороуына тағы бер ғәжәп ҡылдым. Пәйғәмбәр үҙе төшөмә инде, тигән уйға юл ҡуймайым, уйлайым, мин бәләкәй генә кеше, ни өсөн ул мине һайлап, миңә төшөмә инергә тейеш һуң, тип. Әллә иблис шаярттымы икән, тип уйлар инем, шундай матур кеше ҡул бирҙе бит әле!
Тик Зәйнулла ишан аңлатһа аңлата алыр, тигән уй менән килгәйнем был көндә мәҙрәсәгә. Түҙемлегем сиккә етеп, уның уҡытыуҙан бушағанын көтәм. Әйтергәме-юҡмы, көлмәҫме минең был төшөмдән, асыуланмаҫмы, тигән уйҙар тынғы бирмәй йәнгә. Әллә ышана, әллә юҡ, тип тағы бер аптырайым.
Көтмәгәндә ул үҙе миңә һүҙ ҡушты:

– Йә, Әхмәтша, ниңә ҡатып ултыраһың, кил эргәмә, кил, мин яуап бирәм һиңә, ҡурҡма, – тимәһенме. Аптыраным, сөнки ул минең шикләнеп ултырғанды ҡайҙан белде икән? Ауыҙымды асып өлгөрмәнем, Зәйнулла ишан дауам итте. – Улай шикләнмә. Аҡ атта һиңә пәйғәмбәр Мөхәмәт ғәләйһиссәләм үҙе килгән. Иблис тип ҡурҡма. Пәйғәмбәргә иблис булып күренергә ҡушылмаған, ә бына Аллаһ тәғәлә ҡиәфәтендә күре­нергә рөхсәте булған. Юҡ, Әх­мәтша, һиңә пәйғәмбәр үҙе аҡ юл күрһәткән, тип мине шатлан­дыр­ҙы, – тип һөйләй торғайны атайым”.
Әхмәтша олатай указлы мулла түгел. Совет власы осоронда ул үҙ вазифаһын үтәй алмай, ләкин аҙаҡҡы ун алты йыл ғүмерен бары Хоҙай Тәғәләгә арнай. Донъя көтөү, ауыр эш менән булышҡанда ул бер аяғынан яҙа. Шунан һуң тышҡа ла сығып йөрөмәй тиерлек, тик Ҡөрьән уҡып, белгәнен өйрәтеп, кешеләрҙе ҡабул итеп ултыра. Бетеүҙәр әҙерләй, бала-саға, оло кешеләрҙе сирҙән йолоп алыусы ҡөҙрәтле Ҡөрьән аяттары яҙып, үткәрмәләр әҙерләй. Әсәйем Әх­мәт­ша олатайҙың үткәрмәһе менән балаларҙы, ейән-ейән­сәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен дауаланы.


Юҡтан ғына фекер килмәй


Зәйнулла ишанға олатайыбыҙ һәр саҡ рәхмәт уҡый, сөнки ул изге эшкә өйрәткән. Ул Хоҙай өсөн тип йәшәһә лә, изге эше һаман да беҙҙе ҡурсалай икән, тимәк, ата-бабаларҙың изге эше лә, ҡырыны ла киләсәк быуындар иңенә ята. Беҙгә шуныһы мөһим. Беҙҙең һәр быуын Зәйнулла ишанға, ул ҡал­дыр­ған изге Ҡөрьән һүҙенә, ҡөҙ­рәтенә бурыслы булып сыға. Үҙ-үҙеңә ышаныс уятыу бөгөнгө заман балаларына бигерәк тә ныҡ кәрәк.
Олатайыбыҙҙың матур эштәрен, изгелектәрен, үткәрмәләрен тәф­сирләп һаҡлап, өйрәнеп, беҙгә еткергән әсәйебеҙгә – Сафия Әхмәт ҡыҙына рәхмәт. Ана лаһа, бала­ларыбыҙ ниндәй ғорурлыҡ, ышаныс менән: “Беҙгә олатай уҡыған – беҙҙе Хоҙай һаҡлай. Беҙ ҡурҡ­майбыҙ!” – ти бит.
Әхмәтша олатайым менән өләсәйемдең киң күңеленә, йылы өйҙәренә кем генә һыйманы! Беҙәк-Әхмәр ауылының Фәғилә исемле инәйе юҡҡа ғына: “Кем дә кем Әх­мәт­шаның урамынан изгелек күрмәнем, ашын ашаманым, һыуын эсмәнем, тиһә, Аллаһ Тәғәлә уның ҡаҡ башына орһон!” – тимәгән. Һигеҙ балаһына ла, ике яҡлап бөтә туғандарына ла, дуҫтарына ла, яҡындарына ла аш-һыуы, матур һүҙ-кәңәштәре етә ине. Һәр балаһы һәләтле булған бит әле Әхмәтша олатайҙың: Рәшиҙә апайым ғүмер буйы халыҡ театрында иң күренек­ле, күркәм, талантлы актриса булды, Мөхәррәм Сәлимов үҙе йырлай, үҙе көйҙәр ижад итә, һөйләһә, һүҙе үтемле, халҡы өсөн йөрәген телеп бирергә әҙер шәхес тә.
Әсәйебеҙ иһә – сабырлыҡҡа үҙе һәйкәл, ул шул яҡтан быуын-быуын башҡорт ҡатындарына үрнәк бу­лыр­лыҡ. Ете балаға ғүмер бүләк иткән. Үҙе ҡартайғанда ла, һаман барыһына ла мосолманса ҡатын­дар башлыҡтарын, өҫ кейемдәрен нағышлап-селтәрләп тегеп ултыр­ҙы, ейән-ейәнсәрҙәренә өгөт-нәси­хәтен йәлләмәй өләште. Ә үҙемдең ейәнем, һүҙ башында телгә алын­ған Даниямдың улы Данил баштан уҡ мине үҙенең тәрән итеп фекер­ләй белеүе менән күп саҡта аптыратып ҡуя. Биш йәшендә генә ул миңә шундай һорау бирҙе:
– Өләсәй, һин нимә яратаһың?
– Матурлыҡты, донъяны, тәби­ғәтте яратам, – тим.
– Эйе-эйе, бына уларҙың бары­һын да Аллаһ Тәғәлә яралтҡан. Ул миңә шулай тип әйткәйне: “Миңә ышанырға һәм яратырға кәрәк”. Юҡ, ул ауыҙы менән әйтмәне, былай ғына...
Ышанһаң – ышан, тигәндәй булды был хәл. Баланың “Былай ғына әйтте” тигәне бигерәк тә аптыратты мине. Был да бит юҡтан ғына килмәй сабый башына...
Белорет районы.
Читайте нас: