Йәмғиәт
6 Декабря 2019, 07:06

ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ

“Аҡса түләмәҫкә ине...”
– Район судына мөрәжәғәт итергә уйлайым һәм бының өсөн дәүләт пошлинаһы түләү кәрәклеге хаҡында беләм. Тик минең әле финанс йәһәтенән хәлем бигүк яҡшы түгел, шуға аҡсам янымда ҡалһа, яҡшыраҡ булыр ине. Был осраҡта берәй нимә эшләп булмаҫмы икән?
Зиннур.
Өфө районы.
– Ысынлап та, айырым категорияға ҡараған граждандар өсөн дәүләт пошлинаһын түләгәндә ташламалар бар. Улар – Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һуғыш инвалидтары. Үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт яҙмағанһығыҙ, әгәр һеҙ үрҙә әйтелгән категория граждандарына ҡарайһығыҙ икән, судта дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәкмәй.
“Атай икәнлеген
нисек раҫларға?”
– Улым никахтан тыш тыуҙы. Уның атаһы баланы үҙенеке тип танымай, шуға алимент аҡсаһын да юллай алмайым. Миңә нимә эшләргә икән?
Зөһрә.
– Һеҙҙең осраҡта ирҙең атай икәнлеген рәсмиләштереү өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бының өсөн дәғүә ғаризаһы, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы, атай менән бәләкәстең туған икәнлеген раҫлаған дәлилдәр (был осраҡта шаһиттарҙың күрһәтмәләре лә бара), дәүләт пошлинаһын түләү тураһындағы белешмә кәрәк. Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 28-се статьяһына ярашлы, ошо үрҙә күрһәтелгән документтар менән үҙегеҙҙең йәки ирҙең йәшәгән урыны буйынса судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Бынан алда юрист менән дәлилдәр тураһында ентекле һөйләшеү яҡшы һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ, сөнки мәғлүмәттәр ышандырырлыҡ икән, ғаилә тураһындағы закондарға ярашлы, атайлыҡты ла дәлилләүе еңел, тимәк, һөҙөмтәлә алимент аҡсаһын да юллап буласаҡ.
Фатир бүләк итергә яраймы?
– Ҡыҙыма – 15 йәш. Апайым уға фатирын бүләк итергә уйлай. Ошо документты бәлиғ булмағандарға рәсмиләштерергә мөмкинме?
Н. Зыяетдинова.
Белорет ҡалаһы.
– Эйе, мөлкәтте бүләк итеү тураһындағы документты бәлиғ булмағандарға ла юлларға мөмкин. Законға ярашлы, 14 йәше тулғандар килешеүгә ҡул ҡуйыу хоҡуғына эйә. Тимәк, ҡыҙығыҙ рәсми ҡағыҙға имзаһын ҡуя ала. Тик был осраҡта бер законлы вәкиленең – атаһының йәки әсәһенең – ошо процедура ваҡытында булыуы мотлаҡ.
2013 йылдың 1 мартынан күсемһеҙ милекте бүләк итеү тураһындағы килешеүгә дәүләт теркәүе мотлаҡ түгел, әммә йортҡа йәки фатирға милек хоҡуғын, законға ярашлы, теркәтергә кәрәк. Шунан һуң ғына ҡыҙығыҙ күсемһеҙ милектең тулы хоҡуҡлы хужаһына әүереләсәк. Тик һеҙ, баланың әсәһе, йәғни законлы вәкиле булараҡ, ирегеҙ менән бергә фатирҙы үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙалана аласаҡһығыҙ.
Хәүефләнергә урын юҡ
– Мин – декрет ялындағы әсәмен. Бер ваҡыт кредит алдым һәм уны ваҡытында түләп бара алманым. Һөҙөмтәлә хәҙер 150 мең һум тирәһе бурысымды, тағы пеня менән бергә штрафтарҙы ла түләргә тейешмен. Күптән түгел суд приставтары минән ошо бурыстарҙы тиҙерәк ҡаплауымды талап итте, юғиһә балалар пособиеһы аҡсаһына арест һаласаҡтар. Улар хаҡлымы?
Зилиә.
– Һеҙгә хәүефләнергә урын юҡ, сөнки “Башҡарыу производствоһы тураһында”ғы 101-cе Федераль законға ярашлы, сабый тыуыу менән бәйле түләүҙәргә, балалары булғандарға бирелгән пособиеға һәм шулай уҡ әсәлек капиталына арест һалыу тыйыла, шуға суд приставтарының һеҙгә янауы законлы түгел.
Читайте нас