Йәмғиәт
7 Декабря 2019, 09:35

“Беҙҙең барыһы ла яҡшы – алға ынтылабыҙ”

Учалы фажиғәһендә иҫән ҡалған Зариф Хилажев башҡорт бейеүе флешмобына ҡушылды.

Йыл башында бар республиканы тетрәндергән Учалы фажиғәһендә иҫән ҡалған Зариф Хилажев “Башҡорт бейеүен башҡарам” флешмобына ҡушылды.
Иң тәүҙә ул автомобиле салонында “Сыңрай ҡурай” йырын йырлай, һуңынан Өргөн күле буйында башҡорт бейеүенән бер эпизодты башҡара.
Зариф бала сағынан бейей, сәнғәткә һөйөү уға ата-әсәһенән бирелгән. Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыған саҡта ул - “Шатлыҡ”, диплом алып Учалыға ҡайтҡас “Ләйсән”, “Уралтау” ансамблдәрендә бейей. Рәсәйҙең күп урындарында, байтаҡ сит илдәрҙә гастролдәрҙә лә була.
"Ҡатыным менән бер ансамблдә ҡатнаштыҡ, ул халыҡ йырҙарын башҡарҙы, мин бейей инем. Ҡыҙыбыҙ ҙа, улыбыҙ ҙа бейеү менән ҡыҙыҡһына. Наҙгөл йырға ла оҫта. Мин хәҙер бейемәйем, операция һәм команан һуң яйлап аяҡҡа баҫам. Балалар минең менән, беҙҙең барыһы ла яҡшы – алға ынтылабыҙ", - ти Зариф Хилажев.
Фото һәм видеояҙма Зариф Хилажевтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас