Салауат районының Янғантау ауылынан 37 йәшлек Рәфис Фәттәховтың Мәскәүҙә билдәһеҙ шарттарҙа юғалғаны хаҡында хәбәр иткәйнек.
Яҡташыбыҙ 22 ноябрҙән бирле бәйләнешкә сыҡмаған. Ҡыуанысҡа күрә, Рәфис имен-һау табылған. Был хаҡта “Лиза Алерт” отрядының волонтерҙары хәбәр итә. Шулай ҙа уның ни сәбәпле ғәйеп булып тороуы әлегә билдәһеҙ.
Әйткәндәй, республикала Мазовтар ғаиләһен эҙләү дауам итә. Ирҙе һәм ике балаһын вертолет менән эҙләй башлағандар. Иҫән-һау була күрһендәр инде.
Фото “Башинформ” агентлығынан алынды.