Күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаев шаҡтай йылдар инде Ҡазанда йәшәй. Благовар районының Балышлы ауылында тыуып үҫкән сәхнә йондоҙо ҡатыны Айгөл менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй.
"Ул һүҙҙе мин әйтә алмайым, бәлки, аңлап та еткермәйемдер, - тигән был хаҡта йырсы. - Нимә һуң ул яратыу – бер-береңә тартылыумы, бер-береңдең булыуынан күңелдәге рәхәтлекме, бергәләп ауырлыҡ-шатлыҡтарҙы бүлешеүме? Мин романтик түгел, матур һүҙҙәр ҙә әйтә белмәйем кеүек, әммә Айгөлһөҙ үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул иҫ киткес хужабикә, зирәк, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ. Ижад кешеһе хыялый була инде ул. Шуға ла уға минең менән йәшәүе лә анһат түгел. Айгөл һөнәремде, уның кире яҡтарын аңлап ҡабул итте. Тауыш-ғауға булғаны юҡ, өйгә ҡайтҡым килеп ҡайтам - кемдәр аңлар, шулар аңлар”.