Йәмғиәт
6 Декабря 2019, 19:10

Ышан инде шунан...

Хоҡуҡ һаҡсылары ағыу менән һатыу иткәндәрҙе тотаһы урынға, киреһенсә, үҙҙәре тоҙаҡҡа эләккән.

Башҡортостанда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу идаралығы республиканың Эске эштәр министрлығы вәкилдәре менән берлектә йәшерен урындан наркотик алған полиция хеҙмәткәрҙәрен тотҡан.
Хоҡуҡ һаҡсылары, ағыу менән һатыу иткәндәрҙе тотаһы урынға, киреһенсә, үҙҙәре тоҙаҡҡа эләккән. Ышан инде шунан...

Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүселәр еңел автомобилдә коллегаларынан ҡасмаҡсы була. Автомобиль менән ул ваҡытта сираттағы отпускыһында булған эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәре идара иткән.

Тентеү барышында унда бер грамм ауырлыҡтағы гашиш табалар. Тотолған полиция хеҙмәткәре медицина тикшереүенән баш тарта, әлбиттә, уға ҡарата протокол төҙөлә.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, был ваҡиға буйынса хеҙмәт тикшереүе үткәреләсәк, ә хоҡуҡ һаҡсыһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Читайте нас