“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип аталған сираттағы форум Учалыла үтте.
Эшмәкәрлектең төрлө даирәһендә шөғөлләнгән төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы йыйҙы ул. Муниципаль филармония бинаһы майҙанында көнө буйы оҫталыҡ кластары, тренингтар, билдәле табиптарҙың консультациялары һәм күргәҙмәләре үткәрелде. Балалары менән килгән әсәләр өсөн күңел асыу саралары ла ойошторолдо.
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе"ндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова булды.
Форум сәнғәт өлгөләре, аҫыл зат стиле, дөрөҫ туҡланыу, аш-һыу күргәҙмәһе, балалар интеллектын үҫтереү, сәләмәтлек һәм башҡа төрлө йүнәлештәр буйынса эшләне. Табиптарҙан кәңәш алырға теләгәндәр ифрат күп ине. Юғары квалификациялы белгестәр көн дауамында урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға сәләмәтлек, әсәлек, балалар һәм үҙ-үҙеңде тәрбиәләү буйынса кәңәштәрен еткерҙе.
Матурлыҡ салоны, дизайнер кейеме оҫталары, стилистар бар халыҡты үҙенә ҡаратты. Кемдер — прическа, кемдер макияж серҙәрен үҙләштерҙе. “Бәхетле булырға нимә ҡамасаулай” лекция-тренингы ла учалыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Психолог-тренер Ольга Денисенконы тыңлау бик күп ҡыҙыҡлы яңылыҡтар асты.
Форумда “Ғаилә – именлек биләмәһе” тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" дә ойошторолдо.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нән һуң кемдер бөгөн үҙен бәхетлерәк тойоп, башҡаларға ла ошо йылылыҡты өләшһә, проект маҡсатына өлгәште тип әйтергә була. Беҙ был сараның республиканың башҡа ҡала-райондарында ла танылыу алып, йыл һайын уҙғарыласағына ышанабыҙ", - тине Каринэ Хәбирова.
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.