"Өфө" ҡатын-ҡыҙҙар футбол клубының элекке ярымһаҡсыһы Алена Трушкина юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған...
22 йәшлек профессиональ уйынсы Новосибирск - Омск трассаһында "Kia Cerato" автомобиленә идара итә алмай, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығып, "ГАЗ" автомобиле менән бәрелешә. Йәш спортсы урында уҡ йән бирә, пассажиры иһә ауыр тән йәрәхәттәренән дауаханаға оҙатыла.
Алена Трушкина футболда тәүге аҙымдарын Омск ҡалаһында яһай. Өлкәндәр карьераһын Рәсәйҙең беренсе дивизионы клубтарында башлай. 2012 йылда Омск ҡалаһының «Иртыш» командаһы заявкаһында була, ә 2014 йылда «Өфө» өсөн сығыш яһай. 2015 йылдан Красноярскиҙың «Енисей» командаһы өсөн уйнай. 2015 һәм 2016 йылдарҙа - беренсе дивизиондың көмөш призеры. 2017 йылдан башлап үҙ клубы менән юғары лигала уйнай. 2017-2018 йылдарҙа юғары дивизионда «Енисей» өсөн алты матчта ҡатнаша.
Себер федераль университеты командаһы составында бер нисә тапҡыр футбол һәм мини-футбол буйынса Бөтә Рәсәй студенттар ярыштарында, шул иҫәптән 2018 һәм 2019 йылдарҙа еңеүсе була. Рәсәй немецтары йыйылма командаһы составында «Европа» (2016) ярыштарының бронза призеры ла.
Фото "Өфө" ҡатын-ҡыҙҙар клубы сайтынан.