Йәмғиәт
9 Декабря 2019, 07:10

Ә һин Алина кеүек була алаһыңмы?

“Мин етем балалар тураһында тапшырыу ҡарағайным. Улар миңә бик йәл булып китте. Шуға уларҙың кәйефен аҙ булһа ла күтәрер өсөн изгелек эшләгем килде”, – тип аңлата ҡылығын ҡыҙ.

Бәләкәй генә ҡыҙҙың изге күңелле, оло йөрәкле булыуына нисек һоҡланмайһың!
Салауат районы үҙәге Малаяҙҙағы 1-се мәктәптең 6-сы класында уҡыған Алина Шәйәхмәтова барыһын да хайран ҡалдырҙы: ул ата-әсәһенән йәшереп тинлек аҡсалар йыя һәм, улар 1000 һумға тулғас, шуға ҡәләм, ручка, альбом, буяу алып, мәктәп-интернат балаларына тапшыра.
“Мин етем балалар тураһында тапшырыу ҡарағайным. Улар миңә бик йәл булып китте. Шуға уларҙың кәйефен аҙ булһа ла күтәрер өсөн изгелек эшләгем килде”, – тип аңлата ҡылығын Алина.
Афарин, оло йөрәкле бәләкәй ҡыҙ! Күп оло кешегә һабаҡ булырлыҡ эш башҡарғанһың!
Фото: company.plarium.cjm
Читайте нас