Белореттағы “Вечный зов” киноһы төшөрөлгән күпер тураһында күп яҙҙыҡ. Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған оҙон ағас күперҙе үткән быуаттың 30-сы йылдарында металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған. Оҙонлоғо 550 метрлыҡ ҡоролма һуңынан хужаһыҙға әйләнгән. Һуңғы бер нисә йылда уның аша үтеп йөрөүҙе тыйҙылар.
Көҙ көнө күперҙе һүтәсәктәр тигән хәбәрҙәр ҙә ҡуйырҙы. Йәмәғәтселек күперҙе тергеҙеүҙе талап итеп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне. Башҡортостан Башлығы советнигы Ольга Сарапулова “Ҡала мөхите сәғәте”ндә Радий Хәбировты һәм коллегаларын килеп сыҡҡан хәл менән яҡындан таныштырҙы, халыҡтың фекерен еткерҙе.
Кәңәшмәлә күпер конструкцияларын, уның яҙмышы буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителгәнсе, ваҡытлыса консервацияларға, яр буйын төҙөкләндереү проектын башларға һәм күперҙе тергеҙеү буйынса бөтә мөмкин варианттарҙы ла тикшерергә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Уҙған аҙнала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белгестәр менән Белоретта булып, мәсьәлә менән яҡындан танышты, кәңәшмә үткәрҙе.
Күҙаллауҙар буйынса, күперҙе тергеҙеүгә 30-50 миллион һум аҡса талап ителәсәк.